Яңы йылға — яңы закондар12.01.2016
Ғәҙәттә, яңы закондар ғинуар башынан ғәмәлгә инә. Гәзит уҡыусылар иғтибарына Рәсәй халҡы өсөн иң мөһим үҙгәрештәрҙең ҡайһы берҙәре хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт тәҡдим итәбеҙ.
2016 йылдың 1 ғинуарынан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусылар һалынған штраф суммаһының яртыһын ғына түләй аласаҡ, тик бының өсөн түләүҙе 20 көн эсендә ҡаплау мөһим. Был ташлама барыһына ла ҡағылмай. Мәҫәлән, теркәлмәгән машинала икенсе тапҡыр тотолғанда, эскән килеш рулгә ултырғанда, медицина тикшереүенән баш тартҡанда, тыйылған ерҙә ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сыҡҡанда, юл-транспорт ваҡиғаһында ҡазаға тарыусылар булғанда, штраф түләүсе водителдәргә әлеге ташлама бирелмәй.
ЮХХДИ штрафтарын түләүҙең ышаныслы ысулы:
1. Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша штраф булыу-булмауын тикшереп тороғоҙ.
2. Штраф һалыныуы асыҡланһа, уларҙы дәүләт хеҙмәттәре порталы аша йәки башҡа ышаныслы банктарҙа ғына түләгеҙ.
3. Ике-өс көн һайын махсус базаға инеп, штраф тураһындағы мәғлүмәттәрҙе күҙәтеп барығыҙ.
4. Әгәр түләнгән штраф тураһындағы мәғлүмәт махсус базала күренмәһә, ЮХХДИ идаралығына түгел, ә әлеге банктарға мөрәжәғәт итегеҙ.
l2016 йылдың 1 июленән 15 авгусына тиклем сираттағы тапҡыр Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбе алынасаҡ. Иҫәп алыуҙың тәүге йомғаҡтары — 2017 йылдың дүртенсе кварталында, һуңғы йомғаҡ 2018 йылда рәсми баҫыласаҡ. Бынан алдағы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу 2006 йылдың 1 июленән 25-енә тиклем үткәйне. Был иҫәп алыу 1920 йылдан һуң Рәсәйҙә тәүге тапҡыр уҙғарылды. Яңы законға ярашлы, уны уҙғарыу ун йылға бер тапҡырҙан да кәм булмаҫҡа тейеш.
Рәсәйҙә 2030 йылға ҡағыҙ паспорттарҙы ғәмәлдән сығарырға уйлайҙар. 2016 йылдың 1 ғинуарынан уларҙың электрон варианты әҙерләнә башлаясаҡ, әммә 2025 йылға тиклем шәхес таныҡлыҡтарының ҡағыҙ варианты ла ғәмәлдә ҡаласаҡ. 2030 йылдан иһә электрон пластик карталар шәхесте билдәләгән берҙән-бер документ булып һаналасаҡ.
l2016 йылдың икенсе яртыһында Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар 5,8 процентҡа артасаҡ. Киләһе йылға халыҡтың коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү индексы раҫланды.
Дөйөм ҡағиҙә буйынса, тарифтарҙы индексациялау икенсе ярты йыллыҡта үткәрелә, шуға күрә 2016 йылдың 1 июленә тиклем торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡ артмаясаҡ. Билдәләнгән ваҡыттан һуң төбәктәр коммуналь түләүҙәр күләмен күтәрә ала. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн иң ҙур хаҡ Мәскәүҙә (7,5 процент), Санкт-Петербургта, Саха (Яҡут) Республикаһында һәм Камчатка крайында көтөлә (6,5 процент). Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙе индексациялау 5,8 проценттан артмаҫҡа тейеш.
2016 йылдың 1 ғинуарынан араҡы һәм шарап һатыу ҡағиҙәләре ҡәтғиләнә. Сауҙаның был төрө менән шөғөлләнеүселәргә ЕГАИС берҙәм селтәренә тоташырға кәрәк буласаҡ.
Нимә һуң ул? ЕГАИС — Берҙәм дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы, ябайлаштырып әйткәндә, спиртлы эсемлектәр етештереү һәм һатыу өлкәһендә дәүләт контроле ҡорамалы. Законға ярашлы, йыл башынан продукция етештереүселәр ҙә, күмәртәләп һатыусылар ҙа, шәхси эшҡыуарҙар ҙа алкоголле эсемлектәрҙе һатыу өсөн ошо системанан файҙаланырға тейеш буласаҡ. Магазин кассаларын ЕГАИС системаһына тоташтырыуға 1 июлгә ҡәҙәр ваҡыт бирелһә лә, келәттәр продукцияны 1 ғинуарҙан уҡ ошо система аша ҡабул итә башланы ла инде.
Нимәнән ғибәрәт һуң был системаның эшмәкәрлеге? Ғәҙәттә, шешәләргә ҡағыҙ йәбештерелгән була. Ул — продукцияның федераль йә иһә акциз маркаһы. Унда штрихлы код рәүешендә продукцияның ҡайҙа һәм кем тарафынан етештерелгәне, ҡайһы ваҡытта шешәләргә тултырылғаны һәм башҡа параметрҙары күрһәтелгән.
Әлеге штрихлы кодты уҡыр өсөн 2D сканер кәрәк. Сканер мәғлүмәтте уҡый һәм тейешле серверға ебәрә. Шулай итеп, продукцияның күпме етештерелгәне, келәттәргә кергәне, һатылғанының күләме контролгә алына. Контрафакт продукция икән, ул шунда уҡ билдәле була. Ҡыҫҡаһы, ошо 2D принтерһыҙ һәм интернетҡа тоташмайынса спиртлы эсемлектәрҙе һатып булмаясаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путин минималь эш хаҡының күләмен билдәләне. 2016 йылдың 1 ғинуарынан илдә ул 6204 һум буласаҡ.
1 ғинуарҙан Ҡырымда, Карелияла һәм Камчаткала ял итергә тотонолған сығымдарҙы компенсациялау тураһындағы закон ғәмәлгә инә. Ҡануниәттең асылы шунда: Рәсәйҙең теләһә ниндәй курортында ял иткән ғаилә юлламаға тотонолған аҡсаһын тулыһынса тиерлек кире ҡайтара аласаҡ. Тик был осраҡта иҫәп-хисап юллама хаҡынан сығып башҡарыласаҡ, ул бер кешегә 50 мең һумдан да артмаҫҡа тейеш.
Ил Президенты Владимир Путин интернеттағы ҡайһы бер мәғлүмәтте “оноттороу тураһында”ғы законға ҡул ҡуйҙы. Йәғни селтәрҙәге Рәсәй ҡануниәтен боҙған, шулай уҡ ғәмәлгә яраҡһыҙ һәм иҫкергән мәғлүмәт бынан ары юйылып барасаҡ.
Федераль миграция хеҙмәте лә ҡануниәткә үҙ төҙәтмәләрен индерә. Бынан ары мигранттар аралашсынан түгел, мотлаҡ эш биреүсенән хеҙмәт патенты (эшкә рөхсәт) алырға тейеш. Ғөмүмән, әлеге үҙгәрештәр 2017 йылдан ғәмәлгә инергә тейеш ине. Әммә һуңғы осорҙа, күрше илдәрҙән ҡасаҡтарҙың күпләп күсеп килеүен иҫәпкә алып, процесс тиҙләтелгән.
2016 йыл кредит йөкләмәһе алғандарға ла еңелерәк булмаҡсы. 1 ғинуарҙан кредит амнистияһы ғәмәлгә инә. Нимәне күҙ уңында тота һуң ул?
Кредит договоры буйынса проценттарҙы сикләү.
Түләү суммаһын сикләү.
Кредит ойошмаларының бурысты пенялары менән берлектә ваҡытынан алда ҡайтарыуҙы талап итеү хоҡуғын сикләү.
Кредит тулыһынса түләнгән осраҡта заемсының бурысы тураһындағы барлыҡ кире мәғлүмәтте ғәмәлдән сығарыу.
Быйылдан эшҡыуарҙар ҙа контроль-касса техникаларын яңыға алмаштырырға бурыслы. Яңылары иһә һәр һатып алынған әйбер тураһындағы мәғлүмәтте һалым хеҙмәтенә хәбәр итеп торасаҡ.