Уңыш нигеҙе — һеҙ, ер кешеләре!12.01.2016
Уңыш нигеҙе — һеҙ, ер кешеләре! Стәрлетамаҡ районы Башҡортостан Хөкүмәтенең “Ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн” дипломы менән бүләкләнде. Награда райондың бар булмышын билдәләй төҫлө. Эше лә, ашы ла, бәхете лә ерҙә стәрлетамаҡтарҙың. Иң мөһиме — үҙҙәрен генә туйындырып ҡалмай улар, ә мул уңышы бар республикаға етә. Стәрлетамаҡ икмәген, Рощинский тултырмаһын кемдәр генә татып ҡарамаған икән?! Был тәңгәлдә һүҙ алып барғанда район хакимиәте башлығы Рөстәм Баһауетдиновтың да ғүмерен иген үҫтереүгә арнағанын иҫкә төшөрөп үтеү урынлылыр…


Алғы сафта йәштәр тора!

Калинин исемендәге агросәнәғәт предприятиеһы — уңыштары менән район кимәлендә генә түгел, бар республикаға даны яңғыраған хужалыҡ. Хәйер, бөгөн өлгәшелгәндәрҙең нигеҙе тиҫтәләрсә йыл элек һалынған.
Уңыш нигеҙе — һеҙ, ер кешеләре!Илдә колхоздарҙы тарҡата башлағас, хужалыҡ мөлкәтен һатыусылар ҙа табылды. Етәкселәр, мәлендә үҙ файҙаһын ҡайғыртып, кеҫәһен ҡалынайтырға ашыҡты. Биналар, ҡорамалдар, техника уңға-һулға осто. Малсылыҡ комплекстары, ырҙын табаҡтары урынында ҡола ялан ятып ҡалды, техника бокстары етемһерәп һерәйҙе. Тик, әйтергә кәрәк, баштары дөрөҫ эшләп, унан бигерәк урындағы халыҡты ҡайғыртып, ошо күренешкә ҡаршы көрәшеүселәр ҙә булды. Анатолий Коваленко — нәҡ шундайҙарҙың береһе. Заман афәтенә эләгеп емерелергә торған хужалыҡты ныҡлы аяғында тотоп ҡалды ул, емерелергә ирек бирмәне. Киреһенсә, ауырлыҡтар аша булһа ла, халыҡты эш менән тәьмин итте, бар булған уңышты артабанғы үҫешкә йүнәлтте.
Хужалыҡты күптән инде Александр Коваленко етәкләй, атаһының эш алымдарын һаман да ҡуллана ул, замансаларын да үҫтерә. Мәҫәлән, былтыр был агросәнәғәт хужалығы баҫыуҙарҙа дым һаҡлаусы һәм елдән ҡурсалаусы йәш үҫентеләр ултыртып сыҡты. Иҫкеләре, үҙ бурысын теүәл үтәп, сереп бөтөп бара ине инде. Хәйер, һүҙем ул хаҡта түгел: ер бит пайсыларҙыҡы. Уларҙы иртәгә үк үҙ өлөштәрен бүлеп алырға теләмәҫ, тип кем әйтә ала? Ул саҡта ни фәтүә: сығымдар ҙа, пландар ҙа елгә оса. Күрәһең, предприятие ышаныслы эшләй белә. Бындай ҡыйыу аҙым яһаусылар тағы бармы икән?
Ғөмүмән, яңылыҡтарҙың уртаһында ҡайнап йәшәй калининсылар. Әйтәйек, “500 ферма”ла ҡатнашыу ҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Программа ярҙамында малсылыҡ комплексында ҙур реконструкция эштәре башҡарылған.
Әммә, ниндәй генә яңылыҡтар һәм шарттар булмаһын, ауыл хужалығының алға китеше нығыраҡ эшсе ҡулдарға бәйле бит. Хәйер, был тәңгәлдә лә төшөп ҡалғандарҙан түгел предприятие: күпләп йәштәр эшләй. Нина Букина, мәҫәлән, сығышы менән хужалыҡ үҙәге Николаевка ауылынан. 30 йәшлек ҡатын фермала икенсе йыл рәттән һыйыр һауа, быға тиклем ашнаҡсы булып эшләгән, тик декрет ялынан һуң һәүкәштәр янына килгән.
— Ауыл балаһымын бит, һәр саҡ мал янына тарта. Шуға фермала эшләп ҡарарға булдым. Иң мөһиме — кеше ҡайһы өлкәлә генә хеҙмәт итмәһен, эшенән кинәнес табырға тейеш, — тип ҡәнәғәтлек белдерә һауынсы.
Ысынлап та, башҡарған бурысың ҡулыңа ғына түгел, күңелеңә лә яраһын ул. Был йәһәттән хеҙмәттәштәреңдән дә аҙ тормай, әлбиттә. Нина, мәҫәлән, кәңәш һәм ярҙам һорап Елена Гузға мөрәжәғәт итә. Тотош ғаиләһе менән ошо хужалыҡта көс түккән Елена Павловна үҙ сиратында белгәндәрен түкмәй-сәсмәй йәштәргә өйрәтә килә. Хәйер, үҙе лә ҡыҙҙарҙан ҡалышмай ул: көнөнә 140 баш һыйыр һауа. Һауа тип ни, күнәктәргә гөбөрләтмәй инде, бар эште тиерлек техника башҡара. Ғөмүмән, хужалыҡта эш башлыса автоматлаштырылған. Мәҫәлән, һөт махсус канал буйынса бер урынға йыйыла, ә малға аҙыҡты трактор таратып йөрөй, ҡул көсө лә, ат та тарихта ғына ҡалған.
Уңыш нигеҙе — һеҙ, ер кешеләре!…Йәш калининсыларҙы пред­приятиеның төрлө тармаҡтарында осратырға була. Нина һымаҡ һауынсылар ҙа улар, белгестәр ҙә. Татьяна Егорова, мәҫәлән, хисапсы булып эшләй. Атап әйткәндә, һауымды, быҙауҙарҙың туҡланыуын контролдә тота, компьютерға теркәп бара.
— Эшләп кенә ҡалмайым, Башҡорт дәүләт аграр университетына ситтән тороп уҡырға индем. Белгес юғары белемгә эйә булһа, эшләүе еңелерәк, етәкселәрҙең дә мөнәсәбәте башҡаса, — ти тырыш ҡатын.
Мөнәсәбәт тигәндәй, Егоровтарға хужалыҡ бер нисә йыл элек фатир биргән, эш хаҡы ваҡытында түләнә, мул премия ла ярап ҡала. Ҡалаға барып, тапҡан-таянғаныңды фатир өсөн түләп торғансы, үҙ ереңдә ошолай донъя көтөү отошло — һәр хәлдә, Татьяна шундай фекерҙә. Сабыйы урындағы мәктәптә белем ала, ире сит ерҙә түгел, янында мал таба. Ҡатын-ҡыҙ бәхете өсөн тағы ни кәрәк?!
Кадрҙарға килгәндә, бында йәмғеһе 562 кеше эш урыны тапҡан. Хужалыҡ та бәләкәй түгел бит, 10 ауылды берләштергән предприятиеның 11 бүлексәһе бар. Малдарҙы ла һанап сыҡҡыһыҙ: 6 мең ярым баш һыйыр малы, шул иҫәптән 1,8 мең баш һауым һәүкәше иҫәпләнә, 300-гә яҡын техника берәмегендә лә эшләргә кеше кәрәк. Әммә хужалыҡ етәкселеге аптырамай, сөнки таянырҙай йәштәр – алғы сафта!

Инвестициялар – туризмға

Ауыл хужалығы алға киткән районда башҡа төр тармаҡҡа ла ҙур иғтибар бирелә. Һуңғы ваҡытта телдән төшмәгән туризм сәйәсәте бында тормошҡа аша бара. Мәҫәлән, Йөрәктау ауылында тау туризмы ойоштороу ҡаралған. Теләгәндәр бында тауға үрмәләү оҫталығын үҙләштерәсәк. Веденовкала иһә дөйөм спорт зонаһы эшләү ҡаралған. Спорт майҙансыҡтары урындағы күл буйында урынлашасаҡ. Ҡырмыҫҡалы ауылына килеүселәр башҡа төр сихәт таба ала: балыҡ ҡармаҡлау, ғаилә менән ҡырағай тәбиғәт ҡосағында ял итеү мөмкинлеге ҡаралған. Иң мөһиме — был проекттар барыһы ла инвесторҙар аҡсаһына эшләнәсәк. Тимәк, районға — һалым, булдыҡлыларға — килем, халыҡҡа — эш, ә ҡунаҡтарға ял буласаҡ.
Әйткәндәй, инвестиция сәйәсәте туризм өлкәһендә генә алып барылмай, шулай уҡ төҙөлөштәргә лә аҡса йәлеп ителә. Мәҫәлән, Яңы Отрадовка ауылында өс ҡатлы күп фатирлы йорттар ҡалҡа. Улар ярҙамында ошо ауылдыҡыларҙың баш осонда ҡыйығы буласаҡ. Ғөмүмән, үткән йылда (1 ноябргә ҡарата) 61 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән.
Уңыш нигеҙе — һеҙ, ер кешеләре!Районда инфраструктура үҫеше һуңғы йылдарҙа айырыуса һиҙелә. Был йорттар төҙөүгә генә ҡайтып ҡалмай, йәшәү шарттарын яҡшыртыу буйынса ла бихисап эш башҡарыла. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә генә Октябрьское ауылы халҡы һыулы булды. “Таҙа һыу” федераль маҡсатлы программаһы ярҙамында 9,5 километр һыу үткәргес сафҡа инде. Ауылдың социаль объекттарына ла, шәхси ихаталарға ла бер юлы һыу үтте. Проект биш йыл эсендә тормошҡа ашҡан. 368 йортта йәшәгән 1 100 кешенең шатлығы менән уртаҡлашырға ғына ҡала.

Үҙ илендә
үҙе хужа булып…


Урында предприятиелар менән бер рәттән шәхси эшҡыуарлыҡ та үҫешә. Ҡасим Ишембаев — шундайҙарҙың береһе. Тик мал-табыш артынан ҡыуған ҡәҙимге бер эшҡыуар, тип әйтеп булмай уның хаҡында. Ир-уҙамандың үҙ шөғөлөнә, ғөмүмән, булмышына үҙ ҡарашы.
Бизнесҡа Ҡасим Ғәбделмәжит улы кисә-бөгөн килгән кеше түгел. Бынан ике тиҫтә йыл элек үк танау төртөп ҡарай ул был “ҡарурманға”. Ишембай баҙарында тоҡ күтәреп он да һатып йөрөй, тик сит-яттар баҫып алғас, был шөғөлөн ҡалдырырға тура килә. Үҙ “КамАЗ”-ында ағас та ташый, ҡыйынлыҡтар килеп тыуғас, йәнә уйлана башлай. Шунан бер етди фекергә килеп, бурысҡа батып, халыҡты ауыл хужалығы продукцияһы менән тәьмин итергә була. Һәм… шул тармаҡта уңышлы эшләп китә.
— Бер килке аптырап йөрөгәс, 2006 йылда тәүәккәлләнем дә Стәрлетамаҡ ҡалаһының ситендә ер һатып алдым, шунда көнбағыш майы һыҡтырыу цехы астым. Күсемһеҙ милектең файҙаһы күберәк шул — барыһына ла үҙең хужа. Тора-бара эш яйға һалынды, — ти Ҡасим Ишембаев бизнесының бер йүнәлеше хаҡында.
Уңыш нигеҙе — һеҙ, ер кешеләре!Дөрөҫөн әйткәндә, магазин кәштәлә­рендә май тулып ята, ниндәй төрө генә юҡ, теләгең булһа, тонналап ҡайтарт. Тик халыҡ ысын ризыҡтың тәмен белә шул, урында һыҡтырылғанын алырға тырыша: тәмле лә, хәүефһеҙ ҙә. Бынан тыш, ҡалдыҡтар ҙа әрәмгә китмәй бит — мал һимертер өсөн мәслихәт ризыҡ. Күрәһең, цехтың уңышлы эшләп китеүенә лә ошо күренеш сәбәпсе булғандыр. Май ҙа үтә, ҡалдыҡтарҙы ла сират тороп һорайҙар. Әйткәндәй, цехта тағы бер ҡорамал урын алған: кескәй генә тирмән ярҙамында ра­йон халҡына фураж-он да тартып һаталар.
Биш йыл эшләгәндән һуң, эшҡыуар сәсеүлек кәрәклеген һиҙә башлай: тирмән һәм май һыҡтырыу ҡорамалы бар, ә ниңә, эшкәртеү өсөн продукцияны һатып алырға, үҙең дә үҫтерергә мөмкин бит. Өҫтәүенә күптән бурыстан ҡотолоп, яңы йүнәлеш өсөн бер сама капитал да тупланған була. Уйланған — эшләнгән, бизнесмен фермерлыҡҡа ла тотоноп китә. Хәйер, был аҙымдың да үҙ хикмәте бар һымаҡ.
— Үҙем тыуып үҫкән Мәҡсүт ауылында элек ҙур колхоз бар ине. Билдәле, заман талабы хужалыҡты ашап бөткәс, сәсеүлектәр буш ҡалды. Әлбиттә, пайсылар барлыҡҡа килде, әммә был сүп үләне үҫмәй тигәнде аңлатмай бит. Ерҙән файҙа алыу өсөн елкәң, йәнә финанс кәрәк. Нисек кенә булмаһын, бер заман сит-яттарҙың еребеҙгә ҡул һонғанын һиҙеп ҡалдым. “Ә улар халыҡты кәмһетмәҫме һуң?” тигән уй үтте баштан. Шуға ерҙе ҡулдан ысҡындырмаҫҡа булдым, — ти йүнсел шөғөлөнөң инде икенсе йүнәлеше хаҡында. Их, Ҡасим Ишембаевтай үҙ ерендә үҙе хужа булырға ашҡынған егеттәр күберәк булһын ине лә бит…
Сит-яттарға үс итеп тигәндәй башлаған эше лә уңышлы булып сыға ир-уҙамандың. 1000 гектарҙа иген-көнбағыш сәсеп, быйыл мул ғына табыш алған. Һөрөү-сәсеү, урып-һуғыу өсөн техникаһы етерлек фермерҙың. Ғөмүмән, үҫтереүсеһе лә, эшкәртеүсеһе лә, һатыусыһы ла үҙе — күпме аҡса янда ҡала!
— Яйлап ҡына башлаһаң, эш китә ул. Бер быҙау алһаң да, һыйырға әйләнә, һөтө-ите файҙаға. Шуға эшкә ҡурҡмай тотонорға кәрәк, ауыл ерендә аптырап йөрөгәндәргә ошо һүҙҙәрем барып етһен ине, — тип уңыш серен сисә Ҡасим ағай. — Шул уҡ ваҡытта һәр саҡ тармаҡты киңәйтеү өҫтөндә эшләргә кәрәк. Бер һыйырға бесән һалам тиһәң дә һарайға сығаһың, ун башты ашатыу өсөн дә кейенергә тура килә. Үҙем дә ерҙе осраҡлы рәүештә 1000 гектар итеп тупламаным. Күберәк сығым түкһәң, шул тиклем мулыраҡ уңыш килә. Егеттәргә һәр саҡ ошо хаҡта тылҡып торам. Әрләп булһа ла, трактор алдыртам, өй һалдыртам.
Эйе, үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртып йәшәмәй Ҡасим Ишембаев. Тыуған ауылы, уның халҡы, тыуған ере өсөн дә йөрәге яна. Күпме ауылдашына аяҡҡа баҫырға ярҙам иткән, мәсет һалдыртыуға түккән көсөн телгә алһаң да, ҙур мәғәнәгә эйә. Бынан тыш, әйтергә кәрәк, ҡайһы берәүҙәр һымаҡ “Ауыл йәшәһен” тип буш һүҙ һөйләп йөрөмәй, ә быны үҙ миҫалында ғәмәлгә ашыра, алдараҡ әйтеп үтелгәндәргә өҫтәп, улын да үҙ еренең хужаһы булырға өйрәтә.
Илнур агроном һөнәрен үҙләштергән, юғары уҡыу йортонда ситтән тороп белем ала, баҫыуҙа тәжрибә туплай. Атап әйткәндә, фермерлыҡ эше башлыса уның иңенә ятҡан. Атаһы һымаҡ тәүәккәл егет әле хәрби бурысын үтәй.
— Һуңғы ваҡытта, әлбиттә, дәүләт ауыл яғына йөҙө менән боролдо. Уның ҡарауы, һуңлауыбыҙ бар. Дөрөҫөн әйткәндә, бөгөн ауыл таянырҙай көслө кадрҙар юҡ бит. Ә булғандарына уңайлы эш һәм көнкүреш шарттары барыбер етешмәй. Элек ауылда өй һалырға теләгән кешегә ер алыу проблемаһы юҡ ине, хәҙер барыһы иҫәпһеҙ аукциондар аша үтә. Һүҙ ҙә юҡ, дача итеп нигеҙ ҡороусыларға бындай кәртә аша үтеүе, бәлки, дөрөҫөрәктер. Тик кендеге менән шул ергә береккәндәргә ҡарата былай ҡыланыу дөрөҫмө икән? Шуға үҙ етештереүселәребеҙгә “йәшел ут” тоҡандырғанда, ауыл балаһын оноторға ярамайҙыр, — тип әсенеп тамамлай һүҙен Ҡасим ағай. “Ҡайҙа һеҙ, Ишембаевтай ҡалҡандар?” — тип кенә өҫтәргә ҡалалыр быға.

“Ер менән күк араһындағыларҙы” ҡотҡарып

Беҙҙең илдә парадокстар етерлек инде ул. Шундай күренеш әлеге төбәкте лә урап үтмәй. Райондың ҡалаға терәлеп торған бер өлөшө бар. Хәйер, урындағы халыҡ уны Стәрлетамаҡ ҡалаһының биҫтәһе тип белә. “Лазурный”ҙа күп фатирлы йорттар урынлашҡан. Унда йәшәгәндәр ҡалала эшләй-уҡый, әммә пропискалары райондыҡы, сөнки ер-йорттары ла районға ҡарай. Әйтерһең дә, ер менән күк араһында аҫылынып торалар. Хәйер, бының менән генә тамамланмай әле ҡыҙыҡлы-ҡыҙғаныслы ваҡиғалар.
Мәҫәлән, бынан бер нисә йыл элек ҡалала урынлашҡан бер завод районға ҡараған төҙөлөш компанияһынан 16 фатирлы йорт һатып ала һәм эшселәренә тарата. Рәхәтләнеп йәшә һәм эшлә лә бит, тик бер көн килеп завод ябыла, ә район ерендә һалынған йортта йәшәгәндәр ни фатирын хосусилаштырып өлгөрмәй, ни әлеге лә баяғы прописка эшләтмәй. Өйлө өйһөҙ булып сыҡҡандар ярҙам һорап район Советының әлеге биҫтә буйынса депутатына мөрәжәғәт итә.
…Ради Фәхретдинов йәш сағында комсомол етәксеһе лә булмай, партияла ла тормай, был саҡырылыш та уның өсөн тәүгеһе генә. Уның ҡарауы, үҙен ысын мәғәнәһендә халыҡ өсөн эшләүсе итеп танытып өлгөргән ул. Мәҫәлән, әлеге проблеманың да айышына тиҙ төшөнөп ала, тәү ҡарашҡа йырып сыға алмаҫлыҡ эште атҡара. Хәләл аҡсаһын түгеп, бер туҡтауһыҙ юристарға йүгергәнен, аҙналар буйы Өфө — Стәрлетамаҡ юлын тапа­ғанын һәм чиновниктар ишеген шаҡығанын тәфсирләп тормаһаҡ, бөгөн 16 ғаиләнең байтағы фатирын хыялында ғына түгел, ҡағыҙҙа ла үҙенеке итеп һанау бәхетенә эйә, ҡалғандарҙың да эше тамамланыу алдында.
— Халыҡтың әүҙемлеге һәм хакимиәт башлығының булдыҡлылығы арҡаһында бер йыл самаһы ваҡыт арауығында эште башҡарып сығып киләбеҙ, — ти депутат, үҙенең хеҙмәтен иң артҡа ҡуйып. Хәйер, урындағы властың бөтә тармаҡтары ла бер механизмдай эшләгәндә генә күп һөҙөмтәләргә өлгәшергә була шул.
Депутаттың хәстәре “Лазурный” биҫтәһе менән генә тамамланмай әле, Мариинский ауылы проблемалары ла Ради Хәлфетдин улы иңендә.
— Бер осрашҡанда 10-15 кешене ҡабул итәм. Башлыса экология мәсьәләләре, йәшәү шарттары буйынса мөрәжәғәт итәләр, танышып-күрешеү өсөн килеү­селәр ҙә юҡ түгел, — тип эшмәкәрлеге менән таныштыра ул.
Фәхретдиновтың йәмәғәт йөгө депутатлыҡҡа ғына ҡайтып ҡалмай: үҙе йәшәгән Наумовка ауылында ҡустыһы менән мәсет төҙөй. Изге эштә бер туғандарҙың ғаилә ағзалары ла әүҙем ҡатнаша, буярға ла кәрәк, ҡағырға, ҡаҡҡанда тотоп торорға тигәндәй. Тик материалың булһа, ҡағырһың да ул… Был йәһәттән Фәхретдиновтарға уртаҡ эшмәкәрлектәре ярҙам итә. Инде тиҫтә ярым йыл улар әлеге Наумовкала һәм күрше ауылда йәмғеһе өс магазин тота. Көндәлек тауар, аҙыҡ-түлек үтеп тора. Мәсет бына шул магазиндарҙан килгән килемдең бер өлөшөнә һалына ла инде.
Йомғаҡлап әйткәндә, был район эшмәкәрлектәре менән үҙҙәренә лә, башҡаларға ла эш урыны булдырған, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан бына шундай шәхестәргә таянып йәшәй.

Киләсәге бар
был төбәктең!


…Бәләкәстәр әлегә аңлап етмәй үҙҙәренең ниндәй бәхеткә эйә булғанын. 20 — 40 йылдан һуң таяныр ағайҙары, кәңәш һорар апайҙары булғанына кинәнә башлағас ҡына ныҡлап төшөнөрҙәр быға. Ана бит уларҙы ата-әсәһе, алдан күрә белеп тигәндәй, нисек ҡурсалаған: берәү түгел, бишәү итеп донъяға яралтҡан!
Хәйер, малай-ҡыҙҙар бөгөндән үк бер-береһенә арҡа терәй: мәктәпте тамамлая­саҡ Алина менән 13 йәшлек Илнар 9 йәшлек игеҙәк һеңлеләре Лия менән Ленаға дәрес ҡараша, әлегә балалар баҡсаһына йөрөгән 6 йәшлек кинйәбикә-иркәбикә Динараны ла онотмайҙар. Ғөмүмән, олораҡтар кеселәргә өлгө күрһәтә, ярҙамлаша, бәләкәстәр иһә отоп алырға ғына тора. Бына шундай татыулыҡ, бөхтәлек һәм берҙәмлек бөркөп тора Ғималовтар донъяһында.
…Гөлназ менән Хәмит Яңы Барятин ауылында тыумаһалар ҙа, бала саҡтары, йәшлек йылдары ошонда үтә. Бер йыл осрашып, никах балдаҡтарын кейгәс тә, Стәрлетамаҡ ҡалаһы терәлеп кенә тороуға ҡарамаҫтан, ошо төбәктә төпләнергә ниәт ҡыла йәштәр. Бөгөн дә был уйҙарынан бер аҙым да артҡа сигенергә йыйын­майҙар. Хәлбүки, 100 квадрат метрҙан ашыу майҙанлы йорт ҡороп ҡуйыуҙары барыһына ла асыҡлыҡ индерә төҫлө.
Башта йәштәр өс бала менән сик­ләнергә уйлайҙар, әммә Хоҙай үҙенсә хәл итә: игеҙәк ҡыҙҙар донъяға килә.
— Артабан, дүртәү булғас, бишәү итәйек тинек тә, бала табыу йортонан Динараны алып ҡайтырға юлландыҡ, — тип шаярта Ғималовтар.
Шулай ҙа бала табыу бер, бағырға ла кәрәк бит уны. Был йәһәттән ғаилә өсөн хафаланаһы түгел: Гөлназ менән Хәмит тырышып эшләп йөрөй, тапҡан-таянғанына ул-ҡыҙҙарын кейендерә, ашата, донъя матурлай. Ҡатын кеше оҙаҡ йылдар мәктәптә социаль педагог булғандан һуң, әле урындағы балалар баҡсаһында ауылдың үҙҙәре һымаҡ йәш ғаиләләренең сабыйҙарын тәрбиәләй, ғаилә башлығы иһә шулай уҡ Яңы Барятинда урынлашҡан Явнов исемендәге хужалыҡта водитель булып эшләй. Бынан тыш, ихата тултырып һәүкәшкәй мөңрәй, “ҡаты морондар” мырҡылдап тора, ҡаҙ-өйрәктең иҫәбе-һаны юҡ тигәндәй. Был тиклем малды ата-әсәһенә ҡул араһына инеп өлгөргән Алина менән Илнар ҙа ҡараша. Алма ағасынан йыраҡ төшәме ни, балалар “бишле”гә генә уҡырға ла өлгөрә, йорт мәшәҡәттәренә лә ваҡыт таба.
Әлбиттә, сабыйҙар инде күптән сәңгелдәктә ятмай, үҫеп килә. Әммә бит игеҙ ҡыҙҙарҙың бер юлы тештәре сыға башлағанын иҫкә төшөрһәң дә, әсә сабырлығы алдында баш эймәү мөмкин түгел.
— Ситтән тороп педагогик вузда белем алдым. Күмәкләп уҡыныҡ: игеҙәк ҡыҙҙар саҡ тыуған, ҡалғандары ла әллә ни ҙур түгел ине, — тип иҫкә ала Гөлназ һынау мәлдәрен. Тик кәртәләр аша ла үтмәй булмай шул был тормошта, улар һине йә ергә һеңдерә, йә Ғималовтарҙы күтәр­гәндәй күтәрә, тик түҙергә генә кәрәк. Эйе, сабырлыҡтары, тырышлыҡтары бәхеттең иң юғары нөктәһенә илткән был ғаиләне. Шуғалырмы, Гөлназ менән Хәмиткә ҡарап, кисә генә өйләнешкән пар итеп күрәһең. Бәлки, бәхеттәренән шулай йәш тойола­ларҙыр…
Шуныһы ихтирамға лайыҡ: ғаилә мәшәҡәтен яңғыҙы ғына күтәрмәй был пар — ике яҡтан да ошо уҡ ауылда йәшәгән ата-әсәләр мөмкин тиклем ярҙам итеп тора. Матди ярҙамды, кәңәш-төңәштәрен иҫәпкә алмағанда ла, бер сәғәткә генә килеп кескәйҙәрҙе ҡарашып тороуҙары үҙе ҙур эш бит! Ишле ғаиләгә олатай-өләсәй һәр саҡ ашҡынып тора.
Балалар менән аралашҡанда уларҙың кем булырға хыялланыуҙарын һорау – ғәҙәт талабы. Кемдер үҙен киләсәктә инглиз теле уҡытыусыһы итеп күрә, хыялдар тормошҡа ашһа, табиптарҙың да сығыуы мөмкин был йорттан. Иң мөһиме — уларҙың берҙәм яуаптары һоҡландыра: балаларҙың да тыуған яғынан киткеләре килмәй. Ғәзиз тупраҡҡа һөйөүҙе ҡан аша һеңдергән атай ҙа, сабыйҙарының һүҙен ҡеүәтләп:
— Алла бойорһа, ауылда ер бүлергә торалар, шунда балаларға тағы бер өй һалырға ине, — тип яҡты ниәттәре менән уртаҡлаша.
Иманым камил, бындай теләк, бындай ярҙам һәм көс булғанда, киләсәге бар был төбәктең!


Вернуться назад