Иҫереккә — 200 мең һум штраф12.01.2016
Өфөлә иҫерек килеш рулгә ултырған ир 200 мең һум штраф түләйәсәк. Күптән түгел баш ҡаланың Киров районы суды ошондай ҡарар сығарҙы.

Бынан тыш, ғәйеплене ике йылға водитель таныҡлығынан мәхрүм итәләр. Әйткәндәй, 2014 йылда был әҙәм ошо уҡ тәртип боҙоу буйынса хөкөмгә тарттырылған була. Ул осорҙа 30 мең һум штраф һалынып, ул 1,5 йылға таныҡлығынан мәхрүм ителгән.

Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА
әҙерләне.



Вернуться назад