Алдаҡсы тоҙағына эләкмәгеҙ12.01.2016
Эске эштәр министрлығының Белорет районы бүлегенә 46 йәшлек ир мөрәжәғәт итә. Ул “Авито” сайтындағы иғлан буйынса ҡаргиҙәр һатып алырға ниәтләй. Тауарҙың хаҡы ла ҡәнәғәтләндерә уны.

Һатыусы белдереүенсә, машинаны тиҙ арала алыу өсөн аванс күсерергә кәрәк. Ир күп уйлап тормай, банк иҫәбенә 10 мең һум аҡса һала. Ошо ғәмәлде башҡарыу менән иғландың авторы юҡҡа сыға.
Әле хәлде тикшереү бара. Кеҫә телефонының номерын алмаштырып, һатыусының сайтта яңы ҡорбан эҙләүе лә ихтимал.


Вернуться назад