Ярамай икән, ярамай!12.01.2016
Санкция шарттарында 2015 йылдың 1 авгусынан тейешле ведомстволар ваҡ сауҙа селтәрендәге магазиндарҙа, күмәртә базаларында 72 тикшереү үткәрҙе.

Бындай саралар барышында Венгрияла етештерелгән ит, Австриянан һәм Даниянан килтерелгән сыр юҡ ителгән. Бынан тыш, “Өфө” халыҡ-ара аэропортында БДБ илдәренән килгән пассажирҙарҙың багажын тикшергәндә 129 тәртип боҙоу осрағы теркәлгән, 550,4 килограмм малсылыҡ продукцияһы тартып алынып, утилләштерелгән. Ветеринария күҙәтеүе хеҙмәткәрҙәре 242 тикшереү сараһы барышында 161,2 мең һумлыҡ штраф һалған, 320 етешһеҙлекте асыҡлаған.


Вернуться назад