Бөтәһенә лә түләнмәйәсәк12.01.2016
“Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләрҙә дәүләт ярҙамы тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр индерелде.

Бынан ары күп балалы ғаиләләрҙең айырым категорияларына айлыҡ пособие, дүрт һәм унан күберәк бәлиғ булмаған балалы, ауыл ерендә йәшәгән ғаиләләргә торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә сығымдарҙы айлыҡ аҡсалата компенсациялау шарты үҙгәрә. Республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 1 ғинуарҙан пособие менән компенсация йән башына уртаса килеме йәшәү минимумы дәүмәленән артмаған ғаиләләргә генә түләнәсәк. Уларҙы тәғәйенләү өсөн йәшәгән урын буйынса Халыҡты социаль яҡлауҙың республика үҙәге филиалдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк.


Вернуться назад