Эшҡыуарлыҡ үҫешһен генә!12.01.2016
Федераль ҡануниәттәге яңылыҡтарға ярашлы, быйыл 1 ғинуарҙан 2018 йылдың 31 декабренә тиклем бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарында планлы тикшереүҙәр үткәреү тыйыла. Был сара Рәсәйҙә эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн ыңғай шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелә.
“Дәүләт контролен (күҙәтеүен) һәм муниципаль контролде тормошҡа ашырғанда юридик берәмектәрҙең һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау тураһында”ғы Федераль законға үҙгәрештәр индереүҙе илдең Иҡтисади үҫеш министрлығы тәҡдим итте. Яңылыҡ, нигеҙҙә, бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына ҡағыла. Шул уҡ ваҡытта һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, социаль, йылылыҡ менән тәьмин итеү, электр энергетикаһы өлкәһендәге эшҡыуарҙарға бындай ташлама бирелмәй. Ундайҙарға сәнәғәт хәүефһеҙлеге, федераль дәүләт янғын күҙәтеүе, хәүефле етештереү ҡоролмаларын һәм тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто яһаған объекттарҙы файҙаланыу, гидротехник ҡоролмаларҙың, радиация хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, дәүләт серен һаҡлау өлкәһендәге эшмәкәрлекте тормошҡа ашырған юридик берәмектәр һәм шәхси эшҡыуарҙар ҙа инә.