Кем хеҙмәт ветераны була ала?12.01.2016
Бынан ары “Хеҙмәт ветераны” исемен биргәндә ведомство билдәләре лә иҫәпкә алынасаҡ. Ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин “Ветерандар тураһында”ғы Федераль законға тейешле үҙгәрештәр индерҙе.
Дәүләт башлығы “Хеҙмәт ветераны” һәм “Хәрби хеҙмәт ветераны” исемдәрен биреү нигеҙҙәрен асыҡланы. Атап әйткәндә, ошондай хоҡуҡ биргән наградалар исемлегенә Рәсәй Президентының Почет грамотаһы менән Рәхмәте лә өҫтәлә.
“Хеҙмәт ветераны” исемен алыу өсөн тейешле хеҙмәт стажына эйә булыу ҙа шарт. Федераль законға ярашлы, хеҙмәттәге тырышлығы өсөн ведомство билдәләре менән бүләкләнгән кешеләрҙең “Хеҙмәт ветераны” исемен алыуға хоҡуғы 2016 йылдың 1 июленән тейешле хеҙмәт стажы (ирҙәр өсөн — кәмендә 25 йыл, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн — 20 йыл) булыу шарты менән генә һаҡланып ҡала.