2012 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостан Республикаһының “Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында”ғы Законының граждандарға “Оҙайлы эш стажына эйә хеҙмәт ветераны” исемен биреү һәм социаль ярҙам күрһәтеү буйынса нормаларының үҙ көсөнә инеүе тураһында уҡыусыларыбыҙға хәбәр иткәйнек инде.
Исемде биреү тәртибе һәм шарттарын өлкәндәрҙең хәтеренә йәнә төшөрөп китмәксебеҙ. “Оҙайлы эш стажына эйә хеҙмәт ветераны” исемен биреү тураһындағы положение Башҡортостан Хөкүмәтенең 2010 йылдың 9 февралендәге ҡарары менән раҫланып, аҙаҡ уға бер нисә өҫтәмә һәм үҙгәреш тә индерелгәйне.
Был маҡтаулы исем, Федераль законға ярашлы, 40 йылдан да кәм булмаған хеҙмәт стажына эйә ир-атҡа һәм 35 йыл хеҙмәт стажы булған ҡатын-ҡыҙға бирелә.
Исем биреүҙең йәнә бер шарты бар: ветерандың хеҙмәт кенәгәһендә эш биреүсенең инициативаһы буйынса эштән бушатыу тураһында яҙма булырға тейеш түгел (йәғни хеҙмәт дисциплинаһын боҙған өсөн).
Абруйлы исемгә дәғүә итеүселәр йәшәгән урыны буйынса хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығына түбәндәге документтарын тапшырырға тейеш:
ғариза, паспорт һәм уның күсермәһе; 3х4 ҙурлығындағы фото; Пенсия фондынан бирелгән страховка стажы тураһында белешмә; хеҙмәт кенәгәһе һәм күсермәһе.
Эшләп йөрөүсе пенсионерҙар хеҙмәт кенәгәһе күсермәһен эш урыны буйынса раҫлатырға тейеш. Исемде биреү-бирмәү мәсьәләһе ғариза һәм бөтөн кәрәкле документтар тапшырылғандан һуң 30 көн эсендә ҡарала һәм дәғүәсегә яуап еткерелә.
Тағы ла шуны иҫтә тотоғоҙ: бер нисә нигеҙ буйынса социаль ярҙам сараларына хоҡуҡлы кеше уларҙың тик береһенән генә файҙалана ала. Шул сәбәпле, башҡа төрлө льготаларҙан файҙаланыусы пенсионерҙарҙың (инвалид, хеҙмәт ветераны, тыл эшсәне, пенсия танытмаһына ҡушымтаға эйә булыусы) идаралыҡҡа үрҙә әйтелгән мәсьәлә буйынса мөрәжәғәт итеү кәрәкмәй, сөнки закон был категорияға ҡараған граждандар өсөн өҫтәмә ярҙам саралары күрһәтеүҙе күҙ уңында тотмай.
Хәбәр итеүҙәренсә, оҙайлы эш стажына эйә хеҙмәт ветераны исемен биреүҙе юллап, республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау органдарына 50 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Мөрәжәғәттәрҙең күбеһе Стәрлетамаҡ һәм Нефтекама ҡалаларына, Өфөнөң Калинин, Октябрь, Совет райондарына тура килә.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.