Юғалған бәхет12.01.2016
Әнисә дүрт ҡыҙ араһында бал-майға сумып йәшәне. Кинйәһе булғанғамы, ата-әсәһе ныҡ иркәләтте. Өс апаһы барлыҡ өй эштәрен теүәлләне. Ә ул тура һынлы, нәҙек билле, ҡалын оҙон толомло, ҡыйғас ҡара ҡашлы, ҡупшы иренле иркә булып буй еткерҙе.
Өлкән апаһын кейәүгә биргәс, таң һарыһынан йүгерә-атлай эшкә киткән атаһы иллегә лә етмәй фажиғәле мәрхүм булды. Уның менән илап-һыҡтап хушлаштылар. Мәрхүмде оҙатҡанда күҙ йәштәре һығырға ярамай, тигәндәре раҫҡа сыҡтымы, тормоштары артабан алға тәгәрәмәне, туҡтап ҡалғандай булды.
Әнисә һигеҙ класты уңышлы тамамланы. Өлгөргәнлек аттестатын “бишле”ләр генә биҙәгән һеңлеһен медицина училищеһында уҡытырға документын һорарға барған апаһын, дәүләт урта белем алыуҙы мотлаҡ ҡуша, тип кире борҙолар.
Атаһының етемдәргә тәғәйенләнгән пособиеһы бөтөүгә лә йыл бар. Хәҙер уға уҡыу тураһында хыялланырға ғына ҡалды. Ул һөнәрселек училищеһын тамамлап, заводҡа эшкә урынлашты. Төҫкә-башҡа сибәр ҡыҙҙы, әлбиттә, егеттәр иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Көнөнә икешәр хат алды. Бер үк цехта эшләгән егетте армияға оҙатты. Уныһы аҙна һайын фотолар, хаттар яуҙырҙы. Көт мине, зинһар, ике йылдан ҡайтырмын, тип үтенде. Әммә...
Ялға ҡайтҡанында әсәһе икенсе республиканан килгән ир-егеттәрҙе өйҙәш итеп индергәйне. Йәшерәге унан күҙен алманы. Әсәһе ҡунаҡҡа киткәндә, Әнисәнең яҙмышына хужа булды. Әрмеләге егетенән хат килеүе туҡтаманы. Тиҙҙән әсәһе уны кейәүенең иленә оҙатты. Әммә бер аҙҙан Әнисә кире әйләнеп ҡайтты. Унда уны кәләше көтөп торған.
Кире эшенә барып урынлашты. Һаман да уға егеттәрҙән хаттар яуҙы. Уны ҡаланың тәртипһеҙ, тәмәкесе ҡатын-ҡыҙҙары, бәйелһеҙҙәре уратты. Ауылына ҡайтырға мәжбүр булды. Әсәһе лә яман ауырыуҙан теге донъяға китте. Уға бала сағынан күҙ атып йөрөгән егет яусы ебәрҙе. Әммә...
Өс айлыҡ ауыры булғас та, кешеләрҙең ялған һүҙҙәренә ышанып, төшөрөргә яратҡан ире уны типкесләргә, туҡмарға, әрһеҙ һүҙҙәр менән мыҫҡылларға тартынманы. Ҡатын ире ыңғайына эсергә лә әүәҫләнде. Күҙҙәренән күк китмәгән ҡатындың баҫыуҙағы көнбағышты һатып ултырғанын, яландан сейә йыйып араҡыға алмаштырғанын күргән ауылдаштарының шыбырлашып сәйнәүҙәрен дә күрмәне, ишетмәне. Апайҙары кейәүҙәренә өгөт-нәсихәт әйтергә лә ҡурҡты. Ике бала әсәһе араҡы ҡолона әйләнде.
Ҡыҙы үҫеп етеп, һөнәрселек училищеһына юлланды. Ауылдаштары курсанттарға уның алкаш ҡыҙы икәнлеген шунда уҡ еткерҙе. Ялға ҡайтып килергә лә аҡса таба алмай уҡыуын ташларға мәжбүр булды. Ағаһы әрме сафына юлланды. Ҡыҙ эскесе ата-әсәһен ҡалдырып, эш эҙләп ҙур ҡалаға китте. Әммә унда ла уны яҡшы кешеләр көтөп тормаған шул. Урамда аҙып-туҙып йөрөгән егет уны үҙенә саҡырҙы. Шунда йәшәй башланы. Вокзал эргәһенә урам һепереүсе булып эшкә төштө. Ял һайын ата-инәһе янына ҡайтҡылап торҙо. Әммә уны ла бәхетһеҙлек һағалап торған. Фатир хужаһының туплаған аҡсаһы юҡҡа сыҡты. Малайы, әлбиттә, унан күрҙе. Судҡа биреүҙәре, ҙур ғына сумманы түләтеүҙәре тураһында иҫкәртте.
Иҫерек атаһына әйтеүе булды, ҡыҙҙы иҫенән яҙғансы туҡманы, урамға сығарып ырғытты. Уны үлгән килеш ауыл эргәһендәге урмандан таптылар.
Ҡоро сыбыҡҡа ҡалған әсә үкереп иланы, аяғынан яҙҙы. Ире ҡайҙалыр сығып китте лә, ялған араҡы эсеп, ағыуланып мәрхүм булды. Әнисә лә ҡайҙалыр китеп юҡҡа сыҡты.
Эй, тормош, тормош!.. Күпте күргән, күпте кисергән әҙәмдәр, тормош — башыңа ормош, тип тиккә әйтмәгәндер инде. Бала сағы ожмахтай донъяла үткән Әнисәне күрһә, атаһы-әсәһе нимә тип уйлар ине... Ҡасандыр балаһына юраған тормош селпәрәмә килеп, үрелеп алып булмаҫтай йондоҙға әүерелгән. Бәхетен һәр кем үҙе ҡоя, тиҙәр. Кем ғәйепле? Йәмәғәтселекме, ауырыу йәмғиәтме, сәйәсәтме?
Әлегә емерелгән, бағаналары ҡыйшайған, яҡтылығы, яғыулығы өсөн түләнмәгән йортона малайы ҡайтып, балта тауыштары сығарып, ҡот индерә кеүек...