Изгелеге ерҙә ятып ҡалмаҫ12.01.2016
Изгелеге ерҙә ятып ҡалмаҫ Әҙәм балаларының берәүҙәре кешеләргә һаулығын ҡайтарып бирә, икенселәре, белем-ғилем донъяһына инеп китеп, халҡына нур сәсә, өсөнсөләре иһә, әҙәбиәткә, сәнғәткә бирелеп, үҙҙәренең сағыу таланттары менән бүтәндәрҙе яҡшылыҡҡа, матурлыҡҡа, яҡтылыҡҡа әйҙәй. Һүҙем – һоҡланғыс башҡорт ҡатындарының береһе Миңлегөл Мозафарова тураһында.

Ул Ҡырмыҫҡалы районының Шишмә ауылында донъяға килә. Атаһы менән әсәһен һөйөндөрөп, көтөп алынған етенсе бала була. Матур тормошта бәхет татып ҡына йәшәп ятҡанда, Совет иленә ҡаршы фашистик Германия һуғыш аса. Атаһы Фәтих Ғөбәйҙуллин һуғышҡа китә, бер аҙҙан яраланып ҡайтҡас, таяҡҡа таянып йөрөһә лә, колхозда рәйес, бригадир вазифаларын башҡара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яланда өмә мәлендә фажиғәле үлеп ҡала.
Әсәһе Гөлсөм Фәйзулла ҡыҙы бик уңған, тыныс холоҡло, аҡыллы, булдыҡлы кеше була. Ул ете балаһын аслыҡтан үлтермәҫ өсөн егелеп эшләй һәм уларға етемлекте һиҙҙермәҫкә тырыша. Атаһы үлгәндән һуң таныш-тонош “бер нисә балаңды балалар йортона урынлаштырайыҡ” тигәс:
– Юҡ, ни күрһәк тә бергә күрербеҙ, үҙем үҫтерәм, ғәзиз балаларымды бер кемгә лә бирмәйем, башҡаса ундай һорауҙар менән килеп тә йөрөмәгеҙ, – тип сығарып ебәрә тегеләрҙе.
Миңлегөл әсәһен ҡыуандырып, сос, теремек булып үҫә. Үҙенең ауылында дүрт класс тамамлай, унан һуң ете саҡрым алыҫлыҡта ятҡан урыҫ мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Артабан үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр алыҫ юлға сыға. Медицина институтында уҡыу ауылдан сыҡҡан ҡыҙға бик ҡыҙыҡ та, ауыр ҙа була, шуға ҡарамаҫтан, бер нимәгә лә бирешмәй, уны уңышлы тамамлап, диплом ала Миңлегөл. Өфөнөң 3-сө балалар йортона табип булып эшкә урынлаша, шунда 21 йыл эшләй. “Тәрбиәләгән сабыйҙарым һаман төштәремә килеп керә”, – тип хәтерләй ул әле.
Бына инде 15 йыл Өфөләге 21-се клиник дауаханала физиотерапевт булып эшләгән Миңлегөл Фәтих ҡыҙының мохтаждарға ярҙамы иҫәпләп бөткөһөҙ. Уның шундай тыныс итеп һөйләшеүе, яғымлы ҡарашы – сирле кеше өсөн дауа! Ул бүлмәһендә сыҙап ултыра торған кеше түгел, хатта физкабинетҡа инеп, процедураға килгән пациенттарының хәлен белеп сыға, уларҙың тиҙерәк һауығыуын теләй. Миңлегөл Мозафарова етәкселегендә эшләгән шәфҡәт туташтары ла алсаҡ, ярҙам итергә әҙер тора. Дауаланған кешеләрҙең хәлдәрен белеп, йүгереп йөрөп эшләйҙәр, уларҙың ихласлығынан ауырығаныңды ла онотаһың.
Физкабинетҡа умыртҡа бағанаһы һәм быуын сирҙәренән интеккән кешеләр бик күп йөрөй, уларҙың һаулығын нығытыу өсөн төрлө ысулдар ҡулланалар. Һәр кешегә дауа табыла. Яҡшы һүҙ әйтһәләр ҙә, ярты терелдем, тип шатлана кешеләр.
Миңлегөл Фәтих ҡыҙының ғаиләһенә килгәндә, ире менән бер ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Рөстәм Мөхәммәт улы һуңғы йылдарҙа Өфө ҡалаһының Октябрь районы хакимиәтендә эштәр идарасыһы булып эшләй. Ике балалары ла Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған.

Фирүзә КАМАЛОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.





Вернуться назад