Ил хәстәре менән12.01.2016
Ил хәстәре менән Районыбыҙҙың Ботай, Баҡый, Өмөтбай ауылдарында тормош шарттары еңелдән булмаһа ла, тыуған төйәген ташлап китмәгәндәр байтаҡ. Ситтә йәшәгән яҡташтар ҙа тәпәй баҫҡан еренә атлығып тора.

Өмөтбайҙар был йәһәттән эшҡыуар Ришат Мөхәмәтвәлиевтән уңған. Егәҙелә 100-сө йәшен ҡыуған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ильяс Хәниповҡа уның машинаһында барғайныҡ. Ауыл ҡаланан 100 саҡрым алыҫлыҡта ята. Бер сыҡҡанда Егәҙенән 17 саҡрым ары Өмөтбайға ла һуғылдыҡ. Юл ыңғайы ауылдаштарын борсоған мәсьәләләр тураһында һөйләне, халыҡ менән дә осраштыҡ.
Ришат 1958 йылда Миңзифа менән Хәйҙәр Мөхәмәтвәлиевтәр ғаиләһендә уртансы бала булып донъяға килә. Ауыл мәктәбендә белем алғас, Белоретта сым һуҙыусы һөнәренә уҡый. Владивостокта тыуған ил алдындағы бурысын үтәй. Армия Ришат Хәйҙәр улы өсөн сынығыу мәктәбе генә булып ҡалмай, ә ябай ауыл малайына ҙур донъяны аса. Хәрби-Диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән осорҙа Һинд, Тымыҡ океандарҙы гиҙә ул. Көньяҡ Йемен, Сомали илдәрен күрә, Корея боғаҙында ла тора, ике тапҡыр экваторҙы үтә.
— Хеҙмәт иткән саҡта беҙҙең ил Көньяҡ Йеменға карап бүләк итте. Уны алып барған командала мин дә булдым. Шул ваҡытта армияға киткәндә колбаса таба алмағаным иҫкә төштө. Үҙебеҙ етешһеҙлектә йәшәйбеҙ, ә бында беҙҙең ил карап бүләк итә, — ти Ришат Хәйҙәр улы.
Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡандан һуң, ул Белорет металлургия комбинатына сым һуҙыусы булып эшкә урынлаша. Шул уҡ ваҡытта техникумға ситтән тороп уҡырға инә. Эшсән, тырыш егетте бер аҙҙан мастер итеп үрләтәләр.
Яҙмыш сираттағы һынау алдына ҡуйғас, донъя­ны бөтәйтәм, фатирлы, машиналы булам тигән уй уны сауҙаға алып килә. Ул саҡтарҙағы тәүәккәллегенә хәҙер үҙе лә аптырап ҡуя.
— Һатыусы булырмын тип ғүмерҙә уйламағайным. Буш ваҡытта Пермгә, Ижевскиға барып, мотоцикл, велосипед, бысҡыларға запас частар ташый башланым. Уларҙы баҙарҙа ояла-ояла һатам. Ул заманда самолетҡа билет осһоҙ булды. 2000 йылдарҙа комбинатта ла ябай эшсегә ҡараш үҙгәрҙе. Етәкселек менән эшсе араһында йөрөгән мастерҙарға ауыр, рухи яҡтан арыйһың. Ғүмер буйы заводта эшләрмен тип уйлаһам да, китергә тура килде, — ти Ришат Хәйҙәр улы.
2003 йылда ҡаланың Үҙәк баҙарында “Урман” магазинын аса ул. 2005 йылда Данис Йыһаншин менән бергә универмагтың подвалын йүнәтеп, “Тамерлан” сауҙа үҙәген сафҡа индерәләр. Бөгөн ул һигеҙ кешегә эш урыны булдырған.
— Йәш саҡта тыуған ауылыма ҡайтып йөрөһәм дә, уның ниндәй хәлдә булғанына әллә ни иғтибар итмәгәнмен. Бер мәл уның бөтөп барғанын күреп, күңелем әрнене. Ошо ваҡыт эсендә күп кенә яҡшы эштәрҙе тормошҡа ашырыуға өлгәштек. Хәҙер ауылыбыҙ күҙгә күренеп матурайҙы. Тыуған төйәгемә ҡайтҡан һайын күңел ял итә. Садиҡ ҡусты Яныбаевтың эш асып ебәреүе төбәккә йән өрҙө. Ауылдаштарға ла ярҙам итә. Халыҡ татыу, ауылды тәртиптә тоторға тырышып тора. 2013 йылдағы Кирәй-Ҡыпсаҡ йыйыны беҙҙең Өмөтбай ауылы халҡы өсөн ҙур ваҡиға булды, — ти Ришат Хәйҙәр улы.
Ришат ауылдаштарына ярҙам итеү менән генә сикләнмәй, ә ижад кешеләре өсөн дә бағыусы булып тора.
— Мәҫәлән, Мөхәррәм Сәлимовтың балалар өсөн дискын, яңыраҡ “Иҙел башы — юл башы” альманахын сығарыуҙа ярҙам итте, — ти Иҙел башы яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Мансур Һиҙиәтов.
Әүҙем эшҡыуарҙы райондаштары IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына Белорет районынан делегат итеп һайланы. Ҙур йыйындан Ришат Хәйҙәр улы яңы тәьҫораттар алып ҡайтҡан.
– Әгәр беҙ, башҡорттар, милли матбуғатты алдырмаһаҡ, үҙебеҙҙе үҙебеҙ бөтөрәсәкбеҙ. Малсылыҡ менән шөғөлләнгән кешеләргә ярҙам итергә кәрәк тигән ҡарар дөрөҫ тип уйлайым. Беҙҙең яҡта халыҡ тик малсылыҡ менән йәшәй, үҫешә ала. Бөгөн ҡайһы берәүҙәрҙең ошо шөғөл менән генә көн күреүе – быға асыҡ дәлил. Ҡорт­солоҡ та – килем алыуҙың бер сығанағы. Элек ауылда Ғәле ағай ғына ҡорт тотто. Хәҙер пенсияға сығып ҡайтҡан Ғәлләү Мырҙабаев умартасылыҡ менән шөғөлләнә, йылҡы үрсетә. Ҡалала уҡытыусы булып эшләгән Айбулат Яныбаев йәйге ялында ауылға ҡайтып, бал ҡорто тота.
Мәктәп тураһында ла һүҙ булды. Халыҡ “Мәктәп ябыла” ти, ә үҙҙәре балаларын лицей-интернатҡа уҡырға бирә. Әгәр ҙә һәр сабый тыуған ауылында белем алһа, белем усаҡтары ла һаҡланып ҡалыр. Балалар ата-әсә менән үҫһә, ғаилә тәрбиәһен алыр ине. Ғәмәлдә улар ситтә йөрөп, яҡын­дарынан, тыуған ерҙәренән ситләшә, насар юлдан китеүҙәре лә ихтимал. Шуға ла берҙәм булып, мәктәпте яптырмаҫҡа тырышһындар ине. Был йәһәттән Аҙналы ауылы халҡынан үрнәк алырға мөмкин, — ти Ришат Хәйҙәр улы.
Тырышҡан — ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, ти халыҡ мәҡәле. Ришат Хәйҙәр улы ла үҙенең тырышлығы менән яҙмышын яҡшы яҡҡа үҙгәртеүгә өлгәшә.

Рәмилә МУСИНА,
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика дәүләт премияһы лауреаты.




Вернуться назад