Йылмайып-көлөп кенә12.01.2016
– Атай, атай, анатомия дәре­сендә Нәсимә Камиловна, кешеләр маймылдан килеп сыҡҡан, ти, ысынлап шулаймы? – тип һораған мәктәптән ҡайтҡан Сәлим атаһынан.
– Белмәйем, улым, белмәйем, әсәйең ошоға саҡлы үҙенең туғандары менән таныштырманы, – тип яуап биргән атай кеше.
***
Берәү ашханаға килеп инһә, ауылдаштарын күрә: улар өҫтәл янында ултыра, ә алдарында – шешә. Эргәләренә ҡунаҡлауы була, тегеләр уға стакан тултырып ҡойоп бирә.
– Эй, уландар, атайығыҙ ҙа йомарт булды. Алма ағасынан йыраҡ төшмәй, тиҙәр, дөрөҫ икән, – ти теге.
Эсеп ебәрһә, стаканда минераль һыу булып сыға.
– Йүнһеҙҙәр, атайығыҙ ҙа һаран ине, һеҙ ҙә уға ике тамсы һыуҙай оҡшағанһығыҙ, – тип ярһыған, ти, ул.
***
Ир кеше ике ҡатлы йорт төҙөп бөтөр-бөтмәҫтән дуҫ-иштәрен, туғандарын саҡырып өй туйлаған, ти. Бүлмәләрҙең күплегенә маҡ­тана-маҡтана былай һөйләнгән:
– Һулда – зал, уңда – йоҡо бүлмәһе, тегендә кәрәк-яраҡ һалыр өсөн хозблок эшләнем, ә бына бында балкон, ул эшләнеп бөтмәгән әле, шулай ҙа, ҡәйнәм, батырыраҡ бул, үт-үт, танышып сыҡ.

***
– Һинең теге джинсы сал­барыңды Нәҡиәгә биреп сығарҙым, иренә бирһен тип, барыбер һин уны оҡшатмайһың да инде, – ти икән кәләше эштән ҡайтып ингән иренә.
– Улай булғас, ҡәйнәмде теге остағы Таһирйәнгә алып барып ташлайыҡ һуң, – тип яуап биргән, ти, ире.


Вернуться назад