Ҡара мыйыҡ12.01.2016
Ғ. Афзал һүҙҙәре, Б. Ғайсин көйө.
Һыҙылып киткән ҡара мыйыҡ,
Әллә ҡаралтҡан микән?
Мыйыҡ аҫтынан йылмая,
Әллә ярата микән?
Һыҙылып киткән ҡара мыйыҡ
Йөрәгемә ут һалды.
Бер көн оҙата килде лә
Әллә ҡайҙа юғалды.
Һыҙылып киткән ҡара мыйыҡ
Ҡайҙарҙа йөрөй икән?
Ҡайнар мөхәббәт һүҙҙәрен
Кемдәргә һөйләй икән?
Һыҙылып киткән ҡара мыйыҡ
Буялған мыйыҡ икән.
Буялған мыйыҡлыларға
Ышаныу ҡыйын икән.