Ир-азамат, көслө зат12.01.2016
Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр
-Ир-ат өйҙә ултырһа ла, күңеле тышта.
-Ир ирек өсөн үлер.
-Ир-егеттең эсендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр.
-Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр.
-Ир-ат булһа, йорт-ерен маҡта, ҡатын-ҡыҙ булһа, өй эсен маҡта.
-Ир-егеттең үлгәне – имән ағасының ауғаны.
-Ир ғәйрәте тауҙы ҡом итә.
-Ир кеше бер әйтер, бер әйтһә лә —
өҙә әйтер.
-Ир йөрәгенә таяныр.
-Ат – айында, ир йылында һыналыр.
-Ат – егеттең юлдашы.
-Аттың даны – егет ҡулында, егеттең даны — үҙ ҡулында.
-Ғәйрәт – ир менән атта, матурлыҡ – күҙ менән ҡашта.


ышанһаң-ышан...
-Төшөңдә атайыңды күреү ярҙамға мохтаж икәнеңде аңлата.
-Мәрхүм атайыңды күрһәң, алданыуҙан һаҡлан.
-Ирең менән әрләшеү – татыулыҡҡа.
-Ирең сирләһә – хәүеф бар, шат йөҙлө булһа – бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ.
-Мөһабәт ир кешене күреү – яҡшыға, йәмһеҙҙе – юл уңмауға, ҡартты – оҙон ғүмергә, йәште – борсолоуға.
-Иреңә тамаҡ әҙерләүҙе етеш тормошҡа бәйләйҙәр.
-Ҡустыңа аҡыл өйрәтеү – туғаныңдың белемгә ынтылышына ишара.
-Сит ирҙең һиңә күҙе төшөүен күрһәң, урамға сығыуҙы кисектереп тор.




Вернуться назад