Сәсән һүҙе кәрәкме?05.01.2016
Әлбиттә, кәрәк! Тарихтан белеүебеҙсә, илгә яу килгәндә йәки ил-йорт эсендә ниндәйҙер мөһим мәсьәләләр килеп тыуғанда, сәсәндәр шиғри һүҙ, ҡобайыр менән йыйындарҙа халыҡҡа мөрәжәғәт итер булған. Салауат Юлаев, Байыҡ сәсән, Аҡмулла, Мәжит Ғафури, Шәйехзада Бабич… Ошо исемлеккә хәҙерге заман һүҙ оҫталарынан тағы ла кемдәрҙе индереп булыр ине? Әлбиттә, Розалия Солтангәрәеваны, Асия Ғәйнуллинаны, Хәнифә Әбүбәкированы, Гөлнур Мамлиеваны, Минәүфә Батталованы, Зөләрәм Снегиреваны, Ғәрифә Кудряваяны…

Халыҡ бөгөн йәшәгән һәм ижад иткән сәсәндәребеҙҙе таныймы, улар үҙҙәренең ялҡынлы һүҙҙәре менән халыҡҡа һәр ваҡытта мөрәжәғәт итәме? Минеңсә, һирәгерәк… Үҙҙәренең йөҙө, һүҙе булған сәсәниә­ләре­беҙҙе халыҡ белһен ине. Сәсәниәләребеҙҙе тип яҙам, сөнки күрәһегеҙме, исемлектә бер ир-ат та юҡ. Ҡайҙа беҙҙең аҡһаҡалдарыбыҙ, төплө фекерле, айыҡ аҡыллы, майҙан тоторлоҡ ир-егеттәребеҙ?! Әлбиттә, күренекле яҙыусыларыбыҙ бар, уларҙың ҡулдан да төшөрмәй уҡырлыҡ китаптары бар. Ә барыбер ир-егеттәрҙең сәсәнлек һүҙе етмәй бөгөн беҙгә.
Әлшәй ерендә ғалимә Розалия Солтангә­рәева ойошторған “Сәсәндәрем, килегеҙ!” республика бәйгеһендә лә тик ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ майҙан тота. Бәләкәй малайҙарҙың, ҡыҙҙарҙың сығыштарын күреп күңел ҡыуана, әлбиттә. Ялҡынлы һүҙ оҫтаһы Розалия Әсфәндиәр ҡыҙының бар маҡсаты ана шул балаларҙа илһөйәрлек, телһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү ҙә инде. Шуның өсөн дә республикабыҙҙа сәсәнлек мәктәбен үҫтереүгә бик күп көс һала. Ул Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филология факультеты нигеҙендә ойошторған “Сәсәнлек мәктәбе” бик әүҙем эшләп килә.
Был мәктәптә шөғөлләнеүселәрҙең сығыш­тарын һәр ерҙә яратып ҡабул итәләр. Эпос, ҡобайыр жанрҙары һәр кемдең күңеленә барып етһен ине. Мәктәп тупһаһынан сығып киткәс тә, һәр кеше улар тураһында ҡайҙа ла булһа ишетһен, белгәндәрен яңыртып торһон тигән теләктәмен. Сәсәнлек мәктәбенең төп бурысы ошо булырға тейеш, минеңсә. Шул ваҡытта ғына сәсәндәребеҙ юғалмаясаҡ. Туған телен яҡлап, йәнтөйәген данлап, туған халҡына арнап, ҡобайыр ижад итеүселәребеҙ ҙә буласаҡ! Был юлдарҙы уҡығас, ҡайһы берәүҙәр, был бик мөһимме икән ни, тип уйлар. Әлбиттә, мөһим. Рух ныҡлығы тәрбиәләүҙең нигеҙендә лә ошолар ята түгелме ни?!
Фекерләү ҡеүәһе көслө, рухлы балалар ғына ҡобайыр жанрын яҡын итә. Ә балалар шулай булһын өсөн беҙгә махсус рәүештә оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә кәрәк. Әле өйрәтерҙәй сәсәндәребеҙ бар.

Гөлфирә ӘХМӘТШИНА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.






Вернуться назад