“Усаҡ” һүнмәһен тиһәң...05.01.2016
Байназар мәктәбенең Мәһәҙей филиалында мәҙәни, тәрбиәүи саралар йыш үткәрелә. Уларҙа балалар ғына түгел, ата-әсә лә ихлас ҡатнаша.
Күптән түгел, мәҫәлән, “Пушкин – урыҫ шиғриәте ҡояшы” тигән аҙналыҡ үтте. Сараның һәр көнө фәһемле, мауыҡтырғыс булды. Кроссворд, чайнворд, ребус сисеү, “Таҙа дәфтәр”, “Китап хужаһы” тигән ярыштар, урыҫ теле һәм әҙәбиәте буйынса шаяндар һәм тапҡырҙар уйыны, стена гәзите конкурсы, башҡа ҡыҙыҡлы конкурстар уҡыусыларҙың ғилемен арттырҙы, рухын байытты.
Йәш быуын әҙәбиәтте ярата! Пушкин рухы менән һуғарылған шиғриәт бәйгеһендә ҡатнашҡандар ошо хәҡиҡәтте йәнә бер иҫбатланы. Һис шикһеҙ, бында урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Закированың тос өлөшө бар.
Аҙналыҡты йомғаҡлау тантанаһында еңеүселәр, ярыштарҙа әүҙем ҡатнашҡандар маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Әҙәбиәт йылына арналған аҙналыҡ йәш быуын вәкилдәренең күп яҡлы талантын асты, белемен камиллаштырҙы, күңелдәрендә фәнгә ҡарата һөйөү осҡондары ҡабыҙҙы.
Ауылдың мәҙәниәт йорто ла гөрләп эшләй. Мәҫәлән, һәр айҙың һуңғы йомаһында ҡатын-ҡыҙ үҙ-ара “түңәрәк өҫтәл” ойоштора. Улар көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшә, ғаилә, балалар тәрбиәләү тураһында әңгәмә ҡора. Өлкәнерәктәр йәш әсәләргә кәңәш бирә, бер-береһенән аш-һыу, бәйләү, сигеү һәм башҡа оҫталыҡ серҙәренә өйрәтә. Һәр осрашыуҙа сәләмәт тормош алып барыу, ижтимағи саралар уҙғарыуҙы йышайтыу, гәзит-журналға яҙылыу мәсьәләләре күтәрелә.
Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Һәҙиә Хәсәнова халыҡты бер-береһенә ихтирамлы, иғтибарлы булырға, йәмәғәт эштәренән ситтә ҡалмаҫҡа өндәп тора.
– Өйҙә “мүкләнеп” ятырға ярамай, – ти ул. – Сараларҙан ситтә ҡалмағыҙ, үҙегеҙ менән күршеләрегеҙҙе лә алып килегеҙ. Әүҙем булайыҡ!