Вилүрә ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА: “Кино – халҡыңды донъяға танытыуҙың иң отошло юлы”05.01.2016
Вилүрә ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА: “Кино – халҡыңды донъяға  танытыуҙың иң отошло юлы” Кино йылын “Башҡортостан” киностудияһы режиссеры Вилүрә Иҫәндәүләтова менән әңгәмәнән башлайбыҙ.
– Вилүрә, 1 ғинуар – тыу­ған кө­нөң. Етмәһә, 2016 – шә­реҡ мөсәле буйынса һи­нең йылың да икән. Икеләтә байрамың менән ҡотлайбыҙ. Үткән йылды һәйбәт уңыш­тар менән оҙаттың. Мәҫә­лән, “Көмөш Аҡбуҙат” II халыҡ-ара милли һәм этник кинофес­тивалендә “Тәүбә” исемле филь­мың “Иң яҡшы герой” номина­ция­һында төп призға лайыҡ булды.
Күптәр тәү ҡарашҡа маймылды етди хайуан тип иҫәпләмәй. Ә һин ниндәй фе­керҙәһең? Йыл хужа­һының сифаттары холҡоңда сағыламы?
– Маймыл – бик һиҙгер хай­уан. Унда тойомлау ныҡ көс­лө. Һис тик тормай, бейеклеккә ынтыла, бер урындан икен­сеһенә һикерә. Ағасҡа ныҡ итеп йәбешә. Миңә лә тап ошондай сифаттар хас: бер эште баш­лаһам, бөтөрмәйенсә туҡтама­йым, һәр саҡ яңы идеяларға ынтылам.
Күҙәткәнегеҙ барҙыр: ҡайһы бер­ҙә маймылдар ныҡ уйға бата, был уларҙың эске торошон күрһәтә. Илап та ебәрәләр, ҡайғырып та алалар, кисереш­тәрен бер кемдән дә йәшер­мәйҙәр, ихластар. Күңел тороштары күҙҙәрендә сағыла, уларға ҡарау менән булмышын һиҙәһең. Йәнә маймылдар бүре һымаҡ йыртҡыс, төлкө кеүек хәйләкәр ҙә түгел. Уларҙа кешеләргә ҡарата яуызлыҡ юҡ...
– Ҡара әле, маймылдың беҙ һис уйламаған һәйбәт сифаттарын һананың да сыҡ­тың. Ошоға тиклем уҡы­ған йондоҙнамәләрҙә бер ҙә ундай юлдарҙы күрергә тура килмәгәйне.
– Мин дә, һеҙ һорау биргәс кенә, уйланып, шундай фекергә килдем.
– Тимәк, Маймыл йылында тыу­ғандарға 2016 ҙур уңыштар вәғәҙә итә, тип өмөтләнәйек. Әммә “Ҡөрьән Кәрим”дә “Сәбәп ҡыл, яр­ҙам итермен” тиелгән. Һинең дә яңы пландарың бар­ҙыр...
– Алда ҙур ике эшем тора. Бе­реһе һеҙҙең батыр яҡташта­рығыҙға бәйле. Бәләкәй генә Кинйә ауылынан өс Советтар Союзы Геройы сыҡҡан. Шу­ларҙан Ғәфиәт Арыҫ­ланов – Башҡортостанда беренсе булып Герой исеменә лайыҡ кеше. Хәсән Ғайсин менән Сәлмән Биктимеров һуғыштан еңеү яулап, иҫән ҡайта. Бындай күренеш Рәсәй­ҙә генә түгел, тотош донъя тарихында ла юҡтыр. Хәҙер Геройҙар иҫән түгел инде. Заманында, өлкән быуын вәкилдәре иҫләйҙер, ауыл клубында кино башланыр алдынан өс-биш минутлыҡ ҡына документаль фильмдар күрһәтелә торғайны. 1968 йылда, Көйөргәҙе районына килеп, ошо өс Герой хаҡында ла фильм төшөрөлгән. Мин был кино таҫ­маһын Мәскәү янын­дағы Красногорск ҡалаһында урынлашҡан кино-фото доку­менттарының дәүләт үҙәк архивынан алып ҡайттым. Ялан буйлап Ғәфиәт Арыҫлановтың әсәһе, Хәсән Ғайсин, Сәлмән Биктимеровтар китеп бара. Был кадрҙар – кино өсөн ҙур табыш, ми­нең өсөн бик ҡәҙерле. Әле бит Геройҙарҙы белгән тиҫтерҙәре лә юҡ. Хәсән Ғайсиндың ҡыҙы, Сәлмән Биктимеровтың улы менән һөйләш­тем. Ләкин был ғына аҙ. Архивта Геройҙарҙың яу юлын өйрәндем, ҡайҙа, кем булып һуғышҡандары тураһын­да мәғлүмәттәр алдым.
– Бөйөк Еңеүҙең 70 йыл­лы­ғына өлгөртөп булманымы?
– Мин бер фильмды ла нин­дәйҙер ваҡиғаға бәйләп төшөр­мә­йем. Тарихи датаға ҡарап эшләһәң, ижади мөмкинлек сикләнә. Ашығып теүәлләргә тырышһаң, күп һорауға яуап табылмайса ҡала.
Минең маҡсат башҡасараҡ. Әлеге геройҙар 18-20 йәштә генә дошманға ҡаршы алышҡа киткән. Илебеҙгә, еребеҙгә ҡарата һөйөү, тоғролоҡ уларҙы батыр иткән. Бөгөн атай-әсәйҙәрҙең күбеһе улдарын бер йыллыҡ хеҙмәткә лә ебәрергә теләмәй. Намыҫ, батырлыҡ тигән төшөнсәләр башҡа нәмәләр менән алмашынды. Патриотик, рухи тәр­биәгә иғтибар кәмене. Элек, фронтовиктар күп булғанда, байрамдар йәнле үтә ине. Хәҙер нисектер һыҙланыуһыҙ ғына уҙған кеүек. Ниңә? Ни өсөн? Тамашасыларҙа фильмды ҡарағандан һуң бына шундай һорауҙар тыуырға тейеш. Улар аҙаҡ уйланһын, яуап эҙләһен. Ижади коллективтың маҡсаты ла шул.
– Сер булмаһа, икенсе эшең хаҡында ла әйт­мәҫһеңме?
– Фильмдың шартлы исемен әлегә “Алыш дауам итә” тип алдыҡ. Ошоға тиклем Америкала йәшәп, бокс буйынса донъя кимәлендә еңеүҙәр яулап, Башҡортостанға ҡайтҡан милләттәшебеҙ Хәбир Сөләй­мә­нов хаҡында ул. Күреп тора­быҙ: карьераһы тамамланғас, күп спортсылар ғәҙәти тормошта үҙ урынын, тәғәйенләнешен тапмай юғалып ҡала. Кемдер эскелеккә һалыша, үҙ-үҙенә ҡул һалғандар ҙа бар. Хәбир иһә ҙур маҡсаттар, идеялар менән янып ҡайтты Американан. Бокс буйынса секциялар асырға теләген белдереп, төрлө ойошмаларға мөрәжәғәт итте. Салауат Юлаев хаҡында кино төшөрөргә лә ниәтләнеп йөрөнө. Спортта юғары бейек­лек­тәр яулаған шәхестең, тыуған яғына ҡайтып, бита­рафлыҡ ҡаяһына бәрелеп, ынтылыштарына теләктәшлек тапмайынса селпәрәмә килгән хыялдарынан шиңеп ҡалыуы уйға һалды. Ул үҙенең яңы тәғәйенләнешен табырмы? Маҡсаттарын аңларҙармы? Инергә теләгән ишектәре асылырмы? Ошондай һорауҙарға яуап табырға ниәтләйбеҙ буласаҡ фильм­да.
– 2014 йылда үткән “Кө­мөш Аҡбуҙат” I халыҡ-ара этник һәм милли кинофес­тивалендә “Мөр­йәнән күтә­релә төтөн, бер үк һүрел­мәһен” тигән фильмың “Иң яҡшы герой” тигән исемдәге төп призға лайыҡ булғайны. 40 йыл буйы урманда яңғыҙ йәшәгән кешене ҡайҙан таптың?
– Документаль кино төшөр­гәндә йәшәү рәүеше менән башҡаларға оҡшамаған, донъя­ға үҙ фәлсәфәүи ҡарашы бул­ған кешеләрҙе табырға тырышам. Был фильмдың геройы хаҡында поезда китеп бар­ғанда ишеттем. Аҙаҡ Белорет район гә­зите редакцияһына шылтыратып, ул кешенең иҫәнме-юҡмы икәнлеген белештем. Ыңғай яуап алғас, ҡур­саулыҡҡа шылтыратып, юлды һораштым, ярҙам итеүҙәрен үтен­дем. Тау-урман араһындағы элекке ауыл урынында бер үҙе генә йәшәп ятҡан герой янына барыу еңел булманы. Унда ҡәҙимге еңел машинала йөрөрлөк түгел. Ҡурсаулыҡтың техникаһы менән байтаҡ сәғәт барған­быҙҙыр. Яҙ, йәй, көҙ, ҡыш – дүрт миҙгелдә лә барып төшөрҙөк, бер йыл ғүмерен күрһәтергә тырыш­тыҡ. Умарта тотоп, картуф, һуған, сөгөлдөр, кишер сәсеп, үҙ көнөн үҙе күреп, тәбиғәт менән гармонияла йәшәй ҡарт. 80 йәшенә ҡәҙәр 78 айыу алған. Бер кемгә лә зыян килтермәй, үҙе кешеләрҙең яуыз­лығынан азат. Әҙәм балаһының бит ҡайҙа теләй, шунда йәшәргә хаҡы бар. Һунарсы булараҡ, үҙенә һалынған йөкләмәләрҙе лә дәүләткә икеләтә арттырып тапшырып барған.
– “Тәүбә” исемле филь­мың “Кө­мөш Аҡбуҙат” II халыҡ-ара кинофестивалдә йәнә төп призға лайыҡ булды. Был инде ауыр енәйәт ҡылып, 11 йыл төрмәлә ултырғандан һуң тәүбәгә килеп, иман юлына баҫҡан дин әһеле хаҡында. Ул геройҙы табыуҙа ла берәйһенең ярҙамы булмай ҡалма­ғандыр...
– “Башҡортостан” кино­студия­һы­ның элекке директоры Михаил Николаевич Новиков ижади эштә­ремде әле лә күҙәтеп бара. Ул Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең дәүләт идаралығына күскәс, бер кешенең яҙмышын ҡы­ҙыҡһы­нып күҙәтеп барыуы тураһында әйтте. Фильм төшөрөргә теләгең булһа тип ошо теманы тәҡдим итте.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында колонияларҙа мәсеттәр, сиркәүҙәр төҙөү башлана. Төҙө­лөштә енәйәтселәр үҙҙәре ҡатнаша. “Тәүбә” фильмы­ның геройы мәсет­тең тәүге кирбесен һал­ғандан алып манараһын ҡуйғанға тиклемге ваҡыт эсендә күңелендә үҙгәреш башланыуын һиҙә. Иман йорто төҙөлөп бөткәс, имам-хатип килеп, Ҡөрьәнде аңлата, сүрә­ләр­ҙең мәғәнәһен төшөндөрә, ғәрәпсә яҙырға һәм уҡырға өйрәтә башлай. Колонияла ултырған­дарҙың үҙ гонаһтары хаҡында уйлап, тәүбәгә килеп, яңы тормош башлар өсөн тәүге аҙым­дарын яһауына өмөтләнеп эшләнә быларҙың барыһы ла. Дәрескә тәүҙә бик күп кеше килһә лә, аҙаҡ 15 кенә ҡалалар. Уҡыу тамамланғас, Өфө­нән Юғары мөфтөй Тәлғәт хәҙрәт Тажетдин килеп, танытмалар тапшыра. Шул 15 кешенең береһе “Тәүбә”нең геройы булды ла инде. Ул яза ваҡытын тултырып ҡайтып, тыуған ауылында һалынып бөтмә­гән мәсетте бер үҙе төҙөп, сходта һайланып, әле шунда имам булып эшләп йөрөй. Тәүбәгә килгән герой үҙе ултырған колония­лағы башҡа­ларҙы ла иманға ҡай­тырға өндәне. Үҙҙәре кеүек кешенең һөйләүе уларға бөтөнләй икенсе төрлө тәьҫир итә. Иманға, тәүбәгә килергә бер ваҡытта ла һуң түгел. Шуны аңлай фильмды ҡарау­сылар.
– Ике геройың да ҡат­марлы яҙмыш кисергән, оло һынауҙарға дусар ителгән. Уларҙың күңелен асып бирер өсөн ниндәй тел асҡыстары таптың?
– Режиссер психолог бу­лырға те­йеш. Үҙеңде герой­ҙа­рыңдан өҫ­төн итеп ҡуйырға кәрәкмәй. Ниндәй генә яҙмыш­лы кеше булмаһын, уларға кәмһетеп ҡарарға хаҡыбыҙ юҡ. Хатта енәйәтсегә лә. Әҙәп тигән нәмәне оноторға ярамай.
Кешеләрҙең төрлөһө бар. Берәү­ҙәре ҡапыл асылып китеп, бөтәһен дә һөйләй. Икен­селәренең, йомоғо­раҡта­ры­ның, күңелен асыу өсөн икенсе темаларға күсеп һөй­ләшеп алабыҙ, сәй эсәбеҙ. Шул арала бая яуап бирмәгән һорау өҫтөндә уйланып, герой артабан үҙенән-үҙе һөйләп алып китә. Ашыҡ­тырып, бер-бер артлы осраҡлы һорауҙар яуҙырып, маҡсатҡа өлгә­шеп булмай, киреһенсә, өркөтөүең ихтимал. Герой уйланып ҡалған икән, тимәк, ул эске кисерештәре менән көрәшә. Ошо күңел торошон үҙенә аңларға ирек бирергә кәрәк.
Йәнә яһалмалыҡтан, тамашасыны алдауҙан һаҡ булыу мөһим. Мәҫәлән, бер миҫал. Билдәле спортсы, Паралимпия чемпионы Ирек Зарипов тураһында Мәскәүҙән фильммы, тапшырыумы төшөрөргә килгәндәр. Журналист герой­ҙың нисек тирләп-бешеп күнекмә үткәр­гәнен күрһәтер өсөн таҫтамалды һыулап килтерергә ҡуша. “Мин һеҙгә артист йә клоунмы ни?” – тип бик асыуы килә Иректең. Күрәләтә күҙ буяуға, алдауға барырға, ялғанға юл ҡуйырға ярамай.
– Ирек Зарипов тура­һын­да һүҙ сыҡҡас, уның ха­ҡында төшөргән “Ике килгән ғүмер” тигән филь­мың ха­ҡында ла һөйләшәйек әле...
– Әлбиттә, Ирек Зарипов тура­һын­­да тапшырыуҙар ҙа, фильмдар ҙа бик күп булды. Әммә уның “Родина” кинотеатрында “Ике килгән ғүмер”ҙең исем туйына килеп ҡарағандан һуң: “Ошо фильмда ғына ысын мәғәнәһендә үҙемде күрҙем”, – тип әйтеүе минең өсөн иң ҙур баһа булды.
Был фильм менән Минскиҙа Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙ киноһы фес­тивалендә ҡатнашып, жюриҙың махсус призын күренекле режиссер Элим Климов ҡулынан алыуым да – хәтерҙә ныҡлы уйылған ваҡиға.
2012 йылда Һамар ҡала­һында Спорт фильмдарының халыҡ-ара фестивалендә “Һынылыш” номи­нация­һында төп призға лайыҡ булдым. Бүләккә Италияның Милан ҡалаһында ошондай уҡ сарала ҡатнашыу хоҡуғы бирелде. Унда фильмды “Спорт ҡаҙа­ныштарын түгел, ә кеше яҙмышын күрһәтә алыуы менән әһә­миәтле” тип билдәләп үттеләр. Иң ғәжәпкә ҡалдыр­ғаны шул булды: төп приз 13 сентябрҙә тапшырылды. Ә был – Ирек Зариповтың ҡот осҡос юл фажиғәһенә тарыған көнө.
– Ғөмүмән, һинең бер генә фильмың да фестивалдә ҡат­нашмай ҡалмай һәм бүләкһеҙ ҙә ҡайтмай, шикелле. Мәҫәлән, 1995 йылда диплом эше итеп төшө­рөлгән “Йәшәгән, ти, егеттәр” ки­ноһы хаҡында ла шуны әйтергә мөмкин.
– Мәскәүҙә үткән “Изге Анна” халыҡ-ара студенттар фильмдары конкурсында лауреат булдым. Киевтағы “Йәшлек” кинофести­валендә “Тамашасы һөйөүе” призын тапшырҙылар. Ошондай уҡ бүләкте Санкт-Петербургта 1998 йылда үткәрелгән “Кешегә мөрәжәғәт” фестивалендә лә бирҙеләр.
– Әйткәндәй, “Мөрйәнән күтә­релә төтөн, бер үк һү­релмәһен” исемле фильмың Ҡазандағы Мосолман кино­һы, шулай уҡ Ирандың Мазадаран ҡалаһында уҙған халыҡ-ара фестивал­дәрендә лә билдәләнде.
“Йәшәгән, ти, егеттәр”гә әй­ләнеп ҡайтайыҡ әле. Тамаша­сы­ларҙы “Уның аҙағы буламы икән?” тигән һорау ҙа ҡыҙыҡ­һындыра.
– Ул фильмды төшөргәнгә хәҙер 20 йыл ваҡыт үтте. Иң мөһиме – ошо өс буйҙаҡ егеттең артабанғы яҙмышы уңышлы булған. Өйлән­гәндәр. Балалар үҫтерәләр икән. Был хаҡта егеттәрҙең һеңлеһе миңә хат ебәргән. “Ошо фильмды балаларына ла килтереп күрһәтһәгеҙ ине”, – тип яҙған. Берәй нисек яйын табып барып күрһәтергә мөмкин булыр, тип уйлайым.
Ә инде фильмдың дауамын төшөрөүгә килгәндә, ге­рой­ҙарҙың үҙҙәрен күреп һөй­ләш­мәйенсә бер нимә тип тә әйтеп булмай. Бөтәһе лә һәйбәт икән, уны төшөрөүҙең та­машасы өсөн ҡыҙығы юҡ. Ҡәҙимге тормош менән йәшәп ятҡандар әҙме ни тирә-яғыбыҙҙа? Фильм нимәһе менәндер уйлан­дырырға, тетрә­тергә, асыш яһатырға тейеш бит.
– Уйын фильмдарын төшө­рөүгә ҡарағанда документаль кино таҫмаһын эшләү күпкә ауырыраҡ та, яуаплыраҡ та. Ни өсөн тигәндә, тормоштағы аныҡ геройҙы артистар уйнамай, ә айырым шәхестәр үҙенең бар булмышы менән тамашасы хөкө­мөнә баҫа. Бында фантазияға ла ирек биреү мөмкин түгел. Матурлап, биҙәп күрһәтеп, хилафлыҡҡа ла юл ҡуйырға ярамай. Документаль кино һине нимәһе менән йәлеп итте?
– Тормош дөрөҫлөгө менән. Алдаҡ уйҙырмалар үтә лә китә, ә хәҡиҡәт кешене уйға һала, һабаҡ бирә, ныҡ тәьҫир итеү көсөнә эйә.
ВГИК-тағы остазым, Рәсәй­ҙең халыҡ артисы Александр Степанович Кочетковтың әйткән түбәндәге һүҙҙәрен һәр ваҡыт иҫемдә тотам: “Осраҡлы темаларҙы һайлама­һа­ғыҙ, ялтырауыҡлы темаларға ҡы­ҙыҡмағыҙ. Алдығыҙға алға­нығыҙ теш һыҙлауы кеүек йоҡо бирмәһә генә башлағыҙ. Һәр ижади эшегеҙ тамашасыны уйландырырлыҡ, ышан­ды­рырлыҡ фәлсәфәүи булһын”. Шуға мин мажаралы әйберҙәр менән мауыҡмайым.
– Тулы метражлы уйын фильм­дары төшөрөп ҡарар­ға теләгең юҡмы?
– Минең бөтә фильм­да­рымдың да сценарий авторы – Мәғәфүр Тимербулатов. Ул башта режиссер Булат Йосопов менән уйын фильм­дарын төшөргән. Уға үҙемдең бала сағымдан бер ваҡиғаны һөйлә­гәйнем: “Әйҙә, ошо хаҡта тулы метражлы фильм төшөрәйек”, – тип тәҡдим итте. Быны бер нисек тә документаль кино итеү мөмкин түгел. Шуға үҙемде ошо өлкәлә лә һынап ҡарарға ниәтем бар. Сюжеты матур, уйын фильмы төшөрөлһә лә, еңел-елпе тамаша булмаҫ, тип уйлайым. Уйландырырлыҡ, ғибрәт алырлыҡ нәмәләре күп.
– Режиссер һөнәрен күбе­һен­сә ирҙәр һайлай. Әммә шул уҡ ваҡытта Рәсәй кино сәнғәтендә Лариса Шепитько, Кира Моратова кеүек үҙ эшенең оҫталарын да беләбеҙ. Яҡташыбыҙ Флүзә Фархшатова ла Рәсәйҙә телесериалдар төшөрөү буйынса танылып өлгөрҙө. Ә һине был һөнәргә нимә ылыҡтырҙы?
– Бәләкәйҙән ВГИК-ка барыу тураһында хыялландым. Бер ваҡыт “Советский экран” тигән журнал килеп эләкте. “Атай, һиңә бик күп журнал килә, – тинем, ҡулыма “Красный агитатор”, “Коммунист” кеүек баҫма­ларҙы тотоп. – Миңә лә ошо журналды алдырайыҡ әле”. “Уҡыу йы­лын һәйбәт тамамлаһаң, яҙҙы­рырбыҙ”, – тине атайым. Әлбиттә, мин “өслө”һөҙ тамамланым һәм әлеге журналды алдырыу бәхетенә өлгәштем. Һарай башында эшлән­гән ҡыуышҡа инеп, рәхәтләнеп уҡый торғайным. Матур артистарҙың фотоларына һоҡлана инем. Миңә 25 йәш тулғанда Башҡортостандан бер төркөм йәштәр Мәскәүгә ебәрелде. 11 кешенең береһе генә ҡыҙ, ҡал­ғандары – егеттәр. Бөгөн шуларҙан икәүебеҙ генә режиссер һөнәре буйынса эшләп йөрөйбөҙ: Рияз Исхаҡов һәм мин. Һайлаған һөнә­реңде яратырға, бирелеп эшләргә, уға тоғро булырға кәрәк. Ижад эшендә һин ҡатын-ҡыҙмы әллә ир-егетме – уныһы мөһим түгел. Ҡатын-ҡыҙ режиссерҙар хәл-ваҡиғаны нескәрәк тойоу һәләтенә лә эйә әле.
– Мәскәүҙән уҡып ҡайтҡас та Башҡортостан теле­видение­һын­да байтаҡ ҡына эшләп алдың. Ул йылдар һиңә нимә бирҙе? Шул ваҡытта фильмдар төшөрә алмағаныңа үкенмәй­һеңме?
– Ысынлап та, 17 йыл ваҡытым телевидениела эш­ләп үтте. “Хазина” ижад берек­мәһендә Юлай Ғәйнетдинов янына Абдулла Солтанов, Сөләймән Абдуллин, Әҙһәм Исҡужин кеүек күренекле шәхестәр килә ине. Уларҙың башҡорт халыҡ йырҙары ту­раһында һөйләшеүе, оҙон көйҙәрҙе башҡарыуы, ҡурай моңдары күңелгә һеңеп ҡалған. Сәрүәр Сурина менән халыҡ ижадына арналған тап­шы­рыуҙар әҙерләп, Баш­ҡорт­остандың бөтә төбәктәрендә булдым. “Айыҡ ауыл” тигән акция башланғас, Әбйәлил районынан “Ауылым, ауылҡайым” исемле фильм иң яҡшы эш тип баһаланып, аҡсалата пре­мияға лайыҡ тип табылды. Башҡортос­тандың халыҡ артисы, күренекле йырсы Мәү­летбай Ғәйнетдинов хаҡында “Һағынам һине, сәхнә!” тигән фильм төшөрөп ҡалғаныма ҡыуанам. Башҡортостандың Рәсәй­гә ҡушылыуына 450 йыл тулыу уңайынан төшөрөлгән социаль клиптар (сценарий авторы – Зөһрә Бураҡаева) ТЭФИ премияһына лайыҡ булды. Күрәһегеҙ, телевидениела эшләү ҙә тәжрибә туплау йәһәтенән ҙур ижади багаж биргән.
– “Байыҡ” телевизион конкурсында жюри ағзаһы булып ултырҙың. Күптәрҙән ишетеүем­сә, халыҡ һине яратҡан.
– Сығыштарҙы режиссер була­раҡ баһалайым. Бейеү хәрәкәт­тәрҙән генә тормай. Сәхнәгә тарихты алып сыға­һың. “Ҡараһаҡал”ды башҡа­раһың икән, уның кем булғанын белергә тейешһең. “Ете ырыу”ҙы бейегәндә ырыуҙар тамғаларын күрһәтеү мөһим. Тарихыңды, шәхестәреңде беләһең­ме – шуны күрһәтеп, тамашасыны тетрәндерергә бурыслыһың. Һәр сығышта рәссам, композитор, хореограф һәм режиссерҙың хеҙмәте ҡатнашырға тейеш, тип иҫәпләйем.
Минең фекерҙәремде урынлы тип табып, тамашасылар ҙа яратып өлгөргән икән. Быны гала-концертҡа алыҫ райондан килеп, рауза сәскәләре бүләк иткән бер ғаилә үҙемә лә әйтеп китте.
– Фильм төшөрөү, әлбит­тә, бер кешенең генә хеҙмәте түгел. Иң беренсе һин сценарий авторы менән эшләй­һең. Мәғәфүр Тимербулатов менән ижади дуҫлы­ғығыҙ – уңышлы тандем. Унан һуң фильмдың һәйбәт төшө­рөлөүе оператор оҫталы­ғына ла ныҡ бәйле. Опера­торҙарҙан күберәк кем менән эшләйһең?
– Мәғәфүр Тимербулатов хаҡында бая ла әйтеп үттем инде. Күп фильмдарҙың сценарий авторы – ул. Ә бына операторҙарҙан Рафаил Сарваев менән эшләү уңайлы. Ул да Мәскәүҙә ВГИК-та уҡыған. Оператор – кнопкаға баҫыусы ғына түгел, ижади әҫәр тыу­ҙырыуҙа туранан-тура ҡатна­шыусы ла.
Мин уға башта сюжетты һөйләп сығам, юлда ла ҡайһы бер кәңәш-тәҡдимдәремде еткерәм. Рафаил тырыш һәм егәрле. Ҡайһы саҡта режиссер күрмәгәнде лә абайлап, фекерҙәрен әйтә. Ғөмүмән, оператор төшөргән материалға битараф булмаһа, фильм уңышлы килеп сыға. Уның һиҙгерлеге, күҙәтеү­сәнлеге, тойомлауы һәм түҙемлеге лә ярҙам итә быға.
– Һинең күренекле спортсы, көслө рухлы Ирек Зарипов, олуғ әҙип, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, дан­лыҡлы яҡташым Баязит Бикбай тураһындағы, “Һуғыш беҙҙең балалыҡты аяманы” исемле документаль фильм­да­рыңдың барыһы ла һәр мәктәпкә таратылып, бала­ларға күрһәтелһен ине. Шулар аша йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләргә, фәһем, аҡыл бирергә була. Интернеттан айырыла алма­ған, рухи яҡтан зәғиф бала­ларҙы уйландырыр ине тарихыбыҙ, шәхестәребеҙ.
– Фильмдарҙың күсермә­ләрен булдырыу, таратыу, күрһәтеү кеүек эштәр менән башҡалар шөғөлләнә. Был мәсьәлә еңел генә түгел. Әммә хәл итерлек. Моғайын, килә­сәктә кәрәкле фильмдар уҡыусыларға барып етер, тип ышанайыҡ.
– Әгәр ирекле ижадсы булһаң, аҡсаң ифрат күп булһа, ниндәй фильм төшө­рөр инең?
– Икенсе тапҡыр уҙғарылған “Көмөш Аҡбуҙат” халыҡ-ара милли һәм этник фестивалендә беҙҙең тулы метражлы филь­мыбыҙ булманы. Ә бына Ҡыр­ғыҙстан менән Ҡаҙағс­танда донъя кимәлендә халҡыңды танытыуҙың иң тиҙ юлы кино икәнен аңлап эш итәләр. Беҙҙең бөтә донъяға күрһә­терлек, һөйләрлек геройҙа­ры­быҙ юҡмы ни? Салауат Юлаев, Алдар батыр, Ҡараһаҡал, Ҡаһым түрә, мәшһүр “Урал батыр” эпосыбыҙ, һәр береһе тарихи киноға торошло халыҡ йырҙары... Был исемлекте әллә күпме дауам итергә мөмкин. Шундай фильмдарыбыҙ менән ҡатнашырға тейешбеҙ әлеге фестивалдәрҙә. Аҡсам бик күп булһа, ошондай тарихи кино­ларҙы төшөрөргә үҙ өлөшөмдө индерер инем.
– Хыялдарыңа тормошҡа ашырға яҙһын. Кино йылы уңыштарға бай булһын.
– Барыбыҙға ла 2016 йыл имен килһен. Һәр үткән осор тарих йылъяҙ­маһына инә. Кино сәнғәте тормошобоҙҙо киләсәк өсөн теркәп бара. Һәр кем кино төшөрөрлөк, тарих яҙырлыҡ матур ғүмер кисерһен.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА әңгәмәләште.



Вернуться назад