Намыҫлыға — иң ҙур ышаныс05.01.2016
Намыҫлыға — иң ҙур ышаныс “Мәндән” йәмғиәтенең Иҫке Васильевка һөтсөлөк фермаһында намыҫлы, тырыш эшсәндәр байтаҡ. Рәзиф Инсапов та — шундайҙарҙың береһе. Ул 25 йылға яҡын мал ҡарай. Хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙанып, үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған.

Атаһы Райман Хәлит улы ла оҙаҡ йылдар малсылыҡта тир түккән. Улын бала сағынан уҡ ошо еңел булмаған һөнәрҙең бөтөн нескәлектәренә өйрәткән һәм әле лә кәңәштәренән айырмай. Үҙ сиратында Рәзиф Райман улы ла балаларында бәләкәйҙән үк крәҫтиән хеҙмәтенә һөйөү тәрбиәләй. Инсаповтарҙың үҙҙәрендә лә мал-тыуар ишле.
Намыҫлы малсыға фермала иң яуаплы эште — һауын һыйырҙарын ҡарауҙы — ышанып тапшырғандар.
— Һәүкәшкәйҙәр мул һөт бирһен өсөн күп көс һалырға тура килә. Ашатыу технологияһын, рационды күҙәтеү — белгестәрҙең хәстәрлеге. Беҙ уларҙың күрһәтмәһен аныҡ үтәргә тейеш, — ти уңған малсы.








Вернуться назад