Тырышһаң, табаһың05.01.2016
Тырышһаң, табаһың Ғәлимйән Ҡәйүпов — ауылға ғашиҡ кеше. Биш йыл элек үҙ эшен аса ул. Хоҙайҙың ярҙамы менән барыһы ла ыңғай бара. Әле аҙбарында ишле мал аҫрай. Уңған ирҙең “МТЗ-80” тракторы, комбайны, еңел машинаһы бар.
Ғәлимйән Нәғимйән улы Учалы районының Комсомол ауылындағы урта мәктәпте тамамлаған. Хәрби бурысын үтәгәс, тыуған яғына ҡайтып, урмансы, тимер юл хеҙ­мәт­кәре, һаҡсы булып эшләгән.
— Барыһына үҙ тырыш­лығым менән өлгәштем. Ҡатыным, балаларым ярҙам итә. Ауылда йәшәп һөт-майын кибеттән һатып алмам бит инде! Йыл әйләнәһенә мал ара­һында ҡайнашабыҙ.
— Аттарҙы һатаһығыҙҙыр?
— Эйе, ҡолондар тыуып тора бит. Бер йәшлек, йәш ярымлыҡ тайҙарҙы теләү­селәр үҙҙәре килеп һатып ала.
— Шул тиклем малға аҙыҡты нисек еткерәһегеҙ?
— Йәй ғаиләбеҙ менән ҡырҙан ҡайтып ингән юҡ. Хәҙер буш ятҡан ер күп бит.






Вернуться назад