Бөгөн ата-бабабыҙ кәсебенә — күпләп мал үрсетеүгә — тотонғандарҙың күбәйә барыуы ҡыуаныслы. Милләттәштәребеҙ, заманға яраҡлашып, эшҡыуарлыҡта ышаныслы “йөҙә” башланы. Әлбиттә, был йәһәттән дәүләт тә ҙур ярҙам күрһәтә. Ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә йүнәлтелгән программалар районда уңышлы эшләй.Һуңғы ваҡытта бигерәк тә һарыҡ үрсетеүҙең файҙаһын, килемле булыуын яҡшы аңлағандар күбәйҙе. Шундай уңғандарҙың береһе — Мирза Ҡарамышев. Ул — Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылынан. Өфөлә Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлағас, баш ҡалала яуаплы урындарҙа эшләй.
Өйләнгәс, тормош елдәре уны Белоретҡа алып килә. Төрлө һөнәргә өйрәнеп үҫкән ауыл егете тора-бара заказға ағас әйберҙәр эшләй, йорттар һала башлай. Үҙе Ломовка ауылынан өй алып, унда заманса уңайлыҡтар тыуҙыра. Шәхси йортоңда йәшәп тә мал тотмауҙы күҙ алдына ла килтермәй Мирза Батыр улы. Шуға күрә һарыҡ үрсетә башлай. Ә инде дәүләттең фермерҙарға ҙур ярҙам күрһәтеүен, ошо йәһәттән программалар барлығын белгәс, 2014 йылда крәҫтиән (фермер) хужалығы төҙөп, үҙ эшен аса. Иң мәшәҡәтлеһе һәм ҡыйыны ер участкаһы алып рәсмиләштереү була. Шулай ҙа “Спецпроект” йәмғиәте директоры А.Ә. Йәләлетдиновтың ярҙамы менән уны ла уңышлы атҡарып сыға.
Йәш фермерға хакимиәттең ауыл хужалығы бүлегенән “Яңы эш башлаған фермерҙарға дәүләт ярҙамы” программаһында ҡатнашырға тәҡдим итәләр. Һөҙөмтәлә 1 миллион 500 мең һумлыҡ грант алыуға өлгәшә Мирза Батыр улы. Был суммаға Волгоградтан барып 100 баш һарыҡ, ҡалған аҡсаға үҙенекен дә өҫтәп трактор һатып ала.
Нәҡ ошо һарыҡтарҙы үрсетеүгә был тоҡомдоң эре, итле һәм талымһыҙ булыуы этәрә. Волгоград ҡуйҙары Романов тоҡомлоларҙан күпкә ауырыраҡ — кәмендә 70 — 75 килограмм тарта. 100-ҙән дә ашып киткән осраҡтар ҙа бар. Йөнө йомшаҡ, оҙон була, кофта, шарф бәйләү өсөн яҡшы һанала. Ите тәмле. Йөҙ баш һарыҡтан йылына яҡынса 130 бәрәс алырға мөмкин. Ашауға талымһыҙ булыуы менән дә айырылып торалар. Һыуыҡты ла, эҫене лә еңел үткәрәләр. Һыу эсмәйенсә бер аҙна түҙә алалар.
— Ауыл кешеһе өсөн мал аҫрау — бала саҡтан белгән, өйрәнгән шөғөл. Шуға күрә был эшкә тотоноп китеү әллә ни ауыр булманы, — ти фермер. — Быйыл һарыҡтар өсөн 60 тонна бесән эшләп алдым. Ҡар әҙ булғанда уларҙы бер аҙға тибенгә сығарҙыҡ. Көнөнә ике тапҡыр бесән һалабыҙ, һәр баш мал иҫәбенә 200-әр грамм һоло бирәбеҙ. Һарыҡтар торған урын ышыҡ булырға, унан ел үтә өрөргә тейеш түгел. Районда әлегә бындай ҡуй төрө миндә генә, шуға күрә ҡыҙыҡһыныусылар, алырға теләүселәр күп. Бәрәстәрҙе 6-7 айҙан һата башларға мөмкин, был ваҡытта улар сама менән 45 килограмм тирәһе була. Килем алыу өсөн 100 баш һарыҡ ҡына әҙ, кәмендә 300 кәрәк. Әле Уҡшуҡ комбинаты менән килешеү төҙөгәнбеҙ, итте уларға тапшырыу мөмкинлеге бар. Киләсәктә балалар баҡсалары, ашхана менән дә хеҙмәттәшлек итергә ниәтләйбеҙ.
Һарыҡ бик аҡыллы хайуан ул. Һәр ҡайһыһының үҙ холҡо бар. Көтөүҙә бер һарығым һәр ваҡыт эргәмә килеп, минең менән бергә “Юлдаш” радиоһын тыңлай. Ҡыуһаң да китмәй. Һоло һалырға ваҡыт еткәс, әллә ҡайҙан сабып килеп етәләр. Еҫкә бик һиҙгерҙәр.
Йүнсел эш башлап ҡына тора. Мәшәҡәт күп. Мәҫәлән, һарыҡтарҙы салыу, йөнөн ҡырҡыу урынын әҙерләргә, ут, һыу мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы ярҙам итергә вәғәҙә биргән.