Ике йылға оҙайтылды05.01.2016
Быйыл Әсәлек капиталының күләме былтырғыса – 453 мең 26 тин – булып ҡала, тип хәбәр итәләр Рәсәйҙең Пенсия фондынан.
Әйткәндәй, был программа тағы ла ике йылға оҙайтылды. Әсәлек капиталына хоҡуҡ алыу өсөн сабыйҙың 2018 йылдың 31 декабренә тиклем тыуыуы йәки уллыҡҡа алыныуы шарт. Аҡсаны тауарға, шулай уҡ инвалид балалар ойошмаһында социаль яраҡлашыу хеҙмәте өсөн түләүгә йүнәлтергә мөмкин. Рәсәй Хөкүмәте бындай тауарҙарҙың һәм хеҙмәттәрҙең исемлеген раҫлағас, Пенсия фонды сертификат хужаларынан ғариза ҡабул итә башлай.
Капитал иҫәбенән 20 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсаға ғариза йыйыу ҙа дауам итә. Быға Рәсәй биләмәһендә йәшәгән, 2015 йылдың 31 декабренә тиклем сертификат алған йәки юллаған, Әсәлек капиталын тулыһынса файҙаланмаған ғаиләләр хоҡуҡлы. Бер тапҡыр бирелә торған түләүгә ғаризалар быйылғы 31 мартҡа тиклем ҡабул ителә.