Эсәр һыуға сарсағанда...05.01.2016
Оло Ыҡтамаҡтың көньяҡ биҫтәһендә яңы һыу һурҙырғыс башня төҙөлдө. Һөҙөмтәлә Яңы йыл алдынан халыҡ эсәр һыу менән тәьмин ителде.
Мәсетле районы хакимиәтендә әйтеүҙәренсә, лаборатория анализына ярашлы, элек ҡулланылғаны насар сифатлы тип билдәләнгән. Яңы ҡоролма “Реаль эштәр” социаль проектының ярҙамы менән тормошҡа ашырылған.
Объектты асыу тантанаһында Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе башлығы Радик Ғәләүетдинов яҡын киләсәктә өҫтәмә скважиналар төҙөләсәге хаҡында белдерҙе.