Яуапһыҙлығың кеҫәңдә сағылыр05.01.2016
Республикала өй хайуандарын ҡарау ҡағиҙәһен боҙғандарға, уларҙы ҡыуып сығарғандарға административ штраф күләме артасаҡ. Төбәк парламентарийҙары былтырғы һуңғы пленар ултырышта ошо закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте.
Ҡанун сығарыусыларҙың фекеренсә, 1000 һумға тиклемге яза сараһы менән генә кешеләрҙә яуаплылыҡ тойғоһон арттырыу мөмкин түгел. Штраф күләмен ике-өс тапҡырға күтәрергә кәрәк. Юридик берәмектәргә ҡарата был сумма әлегә 10 – 15 мең һум тәшкил итә. Юғары вазифалылар иһә яуапһыҙлығы өсөн 5 – 8 мең һум түләй.
Төбәк парламенты спикеры Константин Толкачев әйтеүенсә, “Башҡортостан биләмәһендә өй хайуандарын ҡарау һәм уларҙы ҡыуып сығарыуҙы тәртипкә һалыу тураһында”ғы ҡанун 2011 йылда уҡ ҡабул ителһә лә, әлегәсә тулы көсөнә эшләп китә алмай. Нормаларҙың күбеһе “йоҡлай”, ҡайһы берҙәре урындарҙа кире ҡағыла. Шул уҡ ваҡытта ҡанундың айырым положениелары эшләп еткереүҙе талап итә.
Штраф күләмен арттырып, депутаттар юлдарҙағы хәлгә лә йоғонто яһамаҡсы. Ни өсөн тигәндә, һуңғы йылдарҙа ҡарауһыҙ ҡалған хайуандарға бәйле аварияларҙың артты.


Вернуться назад