Ғинуар буранының тәүге һынауы05.01.2016
Ғинуар буранының тәүге һынауы Тәбиғәттең ҡылығы йыш ҡына кешеләрҙең кәйефе менән тура килеп ҡуя. Беҙ шатланған, дәртләнгән, тулҡынланған һайын елдәр ҙә бер һелкенеп, үҙ һәләтен, ғәйрәтен күрһәтеп алырға теләй шикелле. Шуға ла ғинуар, март, май, октябрь байрамдары мәлендә буран ҡотороуына, йә ҡар, йә ямғыр һыҙырыуына күнегеп бөткәнбеҙ.

Ғинуарҙың башында һауа шарттарының боҙолоуы ихтималлығын гидрометеорологтар алдан уҡ иҫкәрткәйне. “30 градуслыҡ һыуыҡ, секундына 25 метр тиҙлектәге ел”, – тиеүҙәренә ҡарамаҫтан, халыҡтың күпселеге айҙар буйы хыялында йөрөткән сәфәрен кисектерергә теләмәне. Ғинуар каникулындай оҙайлы ялдар ҡасан тәтей әле! Берәүҙәр ҡаланы күрергә ашыҡһа, икенселәрҙең күңеле ауылға тартты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берәүҙәрҙең һуңғы юлы ошо булған икән...
Күҙ асҡыһыҙ буран, йырып сыҡҡыһыҙ һырынты, тығындар, урыны-урыны менән тайғаҡ, Яңы йыл табынынан айнып етмәгән шоферҙар... Күпме хәүеф һағалай кешене юлдарҙа! Үҙең айыҡһыңдыр, ашыҡмайһыңдыр, абайһыңдыр, әммә алдағы саҡырымдарҙа ни буласағын кем белә?
Әлбиттә, өйҙә лә тыныс ултырыу мөмкин түгел тәбиғәт көйһөҙләнгәндә. Мәҫәлән, Хәйбулла районының Маҡан ауылында мәктәп ҡыйығын ел алып осорған, Ейәнсуралағы ҡайһы бер ауылдарҙа бер нисә сәғәткә электр өҙөлөп торған, тигәнерәк хәбәрҙәр ишетелде. Бәхеткә күрә, оло ғәрәсәттәр булманы. Шулай ҙа тынысланырға иртә әле – ял бөтөргә тағы ла биш көн бар. Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар.

* * *
Әйткәндәй, яңыраҡ, Башҡортостан Башлы­ғының Указына ярашлы, республикабыҙҙа Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты барлыҡҡа килде. Уның рәйесе – Фәрит Риф улы Ғүмәров.
Яңы ведомствоға төбәктә халыҡты һәм биләмәләрҙе тәбиғәткә, технологик шарттарға бәйле төрлө хәүеф-хәтәрҙән һаҡлау, һәләкәт ваҡытында кисектергеһеҙ сараларҙы ойоштороу, бәлә-ҡаза эҙемтәләрен бөтөрөү, янғындарҙы һүндереү, юғалғандарҙы эҙләү, һыуға батып барыусыларҙы ҡотҡарыу буйынса вәкәләттәр һәм бурыстар йөкмәтелгән.




Вернуться назад