Ваҡыт бушҡа үтмәһен!05.01.2016
Ваҡыт бушҡа үтмәһен! Тиҫтә самаһы йыл элек, ғинуарҙа унар көнләп ял итеү башланғас, Рәсәй халҡы бындай “һынау”ға әҙер булмай сыҡты. Тәүге осорҙа күптәр яңы ҡануниәтте ҡаты тәнҡитләне, депутаттарҙы йәмғиәтте күрәләтә эскелеккә батырыуҙа ғәйепләне. Эйе, халыҡтың байтаҡ өлөшө оҙайлы ялды нисек үткәрергә белмәй ине шул. Ниһайәт, хәҙер беҙҙә лә Яңы йыл байрамдары сит илдәрҙәге “Раштыуа каникулы” һымаҡ йолаға әйләнеп бара.

Теләгең һәм мөмкинлегең генә булһын – ял өсөн тәҡдимдәр бик күп. Мысыр, Төркиә курорттары кәрәкмәй ҙә. Мәҫәлән, ғаилә йәки төркөм менән баш ҡалаға сәфәр ҡылырға, ундағы музейҙарҙы, архитектура ҡомарт­ҡыларын күреп, аквапаркта йөҙөп, боҙ ҡаласығында уйнап, театрҙарҙа тамаша, кино ҡарап ҡайтырға мөмкин. Әгәр ҡалала йәшәйһең икән, ауылға рәхим ит – тәбиғәт ҡосағындағы ял йорттары, саңғы трассалары байтаҡ. Ишембай районындағы Урман-Бишҡаҙаҡ ауылына барып, Ҡыш бабайҙың резиденцияһы менән танышыу ҙа балаларығыҙҙың күңелендә сағыу тәьҫораттар ҡалдырыр.
Нисек кенә булмаһын, ваҡытты бушҡа үткәрергә ярамай. Йыраҡта йәшәгән туғандарҙың хәлен белешеү, атай-әсәйеңә, ғаиләңә, балаларыңа иғтибарҙы арттырыу, йорт-ихатаңды бөтәйтеп алыу, ижади ниәттәреңде тормошҡа ашырыу өсөн бик шәп форсат.
Беҙҙең хәбәрселәр иһә Башҡортостандағы иң бейек түбәләрҙең береһе булған Кесе Ямантауҙағы ҡырыҫ тәбиғәткә сәйәхәткә саҡыра.


Вернуться назад