Йорттарында нур балҡый05.01.2016
Йорттарында нур балҡый Ауылда матур йәшәй халыҡ. Иҫәнбәттә Илбуловтар ғаиләһенең яландай киң яңы йортона барып ингәс, быға йәнә бер ҡат инандым. Зауыҡ менән йыйыштырылған, бөтә ерҙә тәртип, таҙалыҡ. Һәр бүлмә заманса йыһазландырылған. Ҡыҫҡаһы, өйҙөң эсе бөхтәлектән балҡып тора. Төпкөл ауылда һыу, канализация кеүек заман уңайлыҡтары үтеүе йәнә бер һоҡландырҙы.

Айнур – Иҫәнбәт, Нәсимә – Төркмән ауылы ҡыҙы. Йәштәр 2000 йылда ғаилә ҡора. Бәхетте ситтән эҙләмәйҙәр – ауылда төпләнәләр.
– Тәүҙә кеше йортонда йәшәнек, – ти ғаилә башлығы. – Бер аҙҙан бурсанан бура һатып алдыҡ. Уны төҙөп инергә, шулай уҡ йәшәгән йортто һатып алып ремонтларға ине иҫәп. Дәртләнеп киттек. Атай-әсәйҙәр ҙә, туғандар ҙа, яңынан йорт төҙөгөҙ, тигәс, ер алып, эшкә тотондоҡ. Бураны күтәреп, ҡыйығын яптыҡ. Шул уҡ ваҡытта торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн район хакимиәтендә сиратҡа баҫтыҡ. Баймаҡ ҡалаһы алыҫ ҡына, шуға документтарҙы юллау мәшәҡәт булды. Ҡайһы ваҡыт ике урай торғайныҡ. Ауыл биләмәһе башлығы Сәриә Йыһаншинаға ҙур рәхмәт. Ерҙе рәсмиләштереүҙә, торлаҡ сертификатын юллауҙа ярҙам итте. 2014 йылдың июлендә ғаиләгә 1 миллион 400 мең һумлыҡ торлаҡ сертификаты тапшырыла.
– Шунда уҡ ең һыҙғанып эшкә тотондоҡ, – ти Айнур. – Тиҙерәк үҙ йортобоҙға күсеү теләге менән төнгә тиклем эшләй торғайныҡ. Туғандарыбыҙға рәхмәт, ярҙам иттеләр. Бергәләп тотонғас, эш тиҙ ыраны, бер нисә айҙан өйөбөҙгә күсендек. Аҡса йортто үҙебеҙ теләгәнсә төҙөп бөтөүгә, заманса материалдар ҡулланыуға, һыу, канализация үткәреүгә, тышын көпләүгә лә етте. Йорт хужабикәһе Нәсимә Азамат ҡыҙы урындағы башланғыс мәктәптә ашнаҡсы булып эшләй. Ғаилә башлығы Айнур иһә малсылыҡ менән шөғөлләнә. Илбуловтар күпләп ҡош-ҡорт та тота. Башлыса мал иҫәбенә йәшәйҙәр.
– Ауылда эш юҡ, тип әйткәндәргә аптырайым. Елкәң булһа, бына тигән итеп йәшәргә мөмкин, – ти улар.
Йәштәрҙең йорто балаларҙың шат тауышынан гөрләп тора. Бәхетле ғаиләлә өс ҡыҙ, бер ул үҫә.
– Яңы йортта йәшәүебеҙгә бер йыл. Балалар ҙа, үҙебеҙ ҙә бик шат, – ти Нәсимә Азамат ҡыҙы.





Вернуться назад