Былар ҡыҙыҡлы05.01.2016
Бесәйҙән дә файҙа бар
АҠШ профессоры Л. Бастендың күрһәтеүенсә, бесәйгә ҡағылыу юғары ҡан баҫымын нормаға килтерә.
Американың эксперт төркөмө бесәйҙе “стресҡа ҡаршы көрәш”тә файҙаланыла торған саралар иҫәбенә индерә. Улар раҫлауынса, был өй хайуаны хужаларында инфарктты ла иҫкәртеүгә һәләтле, имеш.
Яман шешкә ҡаршы... сөгөлдөр
Венгрия клиникаларының береһендә ҡыҙыл сөгөлдөрҙөң яман шешкә ҡаршы үҙенсәлектәре асыҡланған. Бындай тикшеренеүҙәр үткәреүгә ҡан рагын дауалағанда кишер, ҡыҙыл сөгөлдөр, кәбеҫтә һуттарын уңышлы ҡулланыу тураһында мәғлүмәттәр сәбәпсе булған. Сирлеләр көн дә 500-1000 миллилитр һут эсеп, үҙен яҡшыраҡ тоя башлаған. Ҡандарында лейкоциттар кәмегән, эритроциттар һаны артҡан.
Ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн сөгөлдөрҙө көн дә ашарға кәрәк. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, ҡыҙылының һабаҡтары һәм япраҡтары ла ракты дауалауҙа ыңғай һөҙөмтә бирә.
Бер-берегеҙгә иш булығыҙ
Ир менән ҡатындың берлектәге тормош оҙайлығы нимәгә бәйле? Америка ғалимы Джефри Лафсен башҡа күп төрлө факторҙарға тағы берәүһен өҫтәй. Ул – ир менән ҡатындың берүк ваҡытта йоҡларға ятыуы һәм уяныуы.
Тәүлек ритмдарының көйлөлөгө йөрәк эшмәкәрлегенә һәм организмдың дөйөм хәленә ыңғай йоғонто яһай. Тикшерелгән кешеләрҙең 94 проценты үҙенең ғаилә хәленән риза булыуын белдерә. Уларҙың барыһы ла ире йә ҡатыны менән бер үк ваҡытта йоҡларға ята һәм уяна икән.
Был фактор холоҡ-фиғел, темперамент, дини инанғанлыҡтың тап килеүе кеүек үк мөһим булмаһа ла, ғаиләне һаҡлауға барыбер үҙ өлөшөн индерә.