Ни эшләргә?05.01.2016
Эс ҡатыуы
Йыуан эсәк эшмәкәрлеген көйләүҙә шундай саралар ярҙам итә:
-йоҡлар алдынан бер стакан әлморон емеше ҡайнатмаһы эсегеҙ;
-иртән йоҡонан торғас та, бер стакан һыу эсегеҙ;
-ике стакан ҡайнар һыуға ике балғалаҡ иген кәбәге һалып болғатығыҙ. Ике сәғәт тотҡас, иртән ашар алдынан эсегеҙ;
-һуған төнәтмәһе лә эсте йомшартыуға ярҙам итә. Уны шулай әҙерләйҙәр: йөҙ грамм араҡыға бер баш һуғанды турап, ун көн йылыла тоторға. Әҙер төнәтмәне унар тамсылап ашар алдынан эсергә.
Арығанда
Йөҙөгөҙҙәге арығанлыҡ билдәләрен бөтөргөгөҙ килһә, сей картуфты йоҡа итеп әрсегеҙ ҙә, ҡабығын 5-10 минутҡа күҙ ҡабаҡтары өҫтөнә һалып, ятып тороғоҙ.
Картуф урынына төрлө компресс ҡулланырға ла мөмкин. Бының өсөн ромашканы, йүкә сәскәһен йә бөтнөк үләнен ҡайнатығыҙ. Ҡайнатмаға һәм һалҡын һыуға мансылған сепрәктәрҙе алмаш-тилмәш битегеҙгә һалығыҙ. Арығанлыҡтың эҙе лә ҡалмаҫ.
Насар уйҙан алыҫ бул
Кире тойғоларҙы, насар уйҙарҙы үҙеңдә ауыр йөк итеп йөрөтөргә ярамай, тип раҫлай психологтар. Улар кәйефте боҙа, һаулыҡҡа насар тәьҫир итә. Ниндәйҙер мәсьәлә барыбер хәл ителмәйәсәк, тип үҙегеҙҙе алдан күндерһәгеҙ, ысынбарлыҡта шулай булыуы ихтимал.
Ә ыңғай хис-тойғо тормошто еңеләйтә, кәйефте күтәрә. Әгәр үҙегеҙҙе, барыһы ла яҡшы буласаҡ тип ышандырһағыҙ, һөҙөмтәһе шатландырыр. Шуға ла изге уйҙар менән йәшәү мөһим.
Сәйнә лә сәйнә...
Кеше ғүмеренең оҙайлығы туҡланыуға бәйле икәнен яҡшы беләбеҙ. Ләкин аҙыҡ, етерлек күләмдә һәм яҡшы сифатта булыу менән бергә, һәйбәтләп эшкәртелергә, йәғни сәйнәлергә тейеш. Оҙаҡ йәшәргә теләгән кеше быны белә һәм аҙығының һәр ҡабымын ентекләп, аҡрынлап ашай. Быны танылған ғалим һәм гигиена белгесе Гуфеланд та күптән билдәләгән: “Өлкән йәшкә еткәндәрҙең барыһы ла оҙаҡ сәйнәп ашар булған...”
Йәшел сәйҙең дауаһы
Америка һәм япон ғалимдары йәшел сәйҙең яман шешкә ҡаршы үҙенсәлектәре барлығын раҫлай. Тәжрибә һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, был эсемлек бигерәк тә бауыр, үпкә, ашҡаҙан һәм тире рагынан һаҡлай, тиҙәр.
Япон ғалимы Фудзуки, йәшел сәй составындағы матдә (эпигаллокатехин галлаты) организм күҙәнәктәрен зарарлаусы юғары реактивлы атомды һәм молекулаларҙы юҡ итә, тигән һығымтаға килгән.