Нисек түләнә?05.01.2016
Тормош хәлен белеп булмай. Көтмәгәндә балаларың йә үҙең ауырып киткән осраҡтар ҙа урап үтмәй.
Бындай ваҡытта дауаханаға ятырға йә иһә сиргә ҡаршы өйҙә көрәшергә тура килә. Ә инде эшкә сыҡҡас, больничный ниндәй күләмдә булыр тигән һорау тыуа. Ысынлап та, уның нисек иҫәпләнеүен күптәр аңлап етмәй. Шуға ошоға бәйле мәғлүмәт бирмәксебеҙ.
=Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ өсөн түләү күләме күпселек осраҡта кешенең хеҙмәт стажына бәйле.
=Хеҙмәт стажы һигеҙ йылдан күберәк булһа, 100 % түләнә.
=5 – 8 йыл – 80 %.
=3-5 йыл – 60%.
=Алты айҙан әҙерәк икән, хеҙмәт хаҡының минималь күләме буйынса иҫәпләнә.
Түләүҙең күләмен билдәләү өсөн хеҙмәткәрҙең һуңғы ике йылдағы килеме алына. Шул сумманы 730 көнгә бүләләр. Көнлөк уртаса эш хаҡы асыҡланғас, процентына ҡарап иҫәпләйҙәр.