(Бер ҡатын-ҡыҙ монологы)Ай-бай-бай-ба-а-а-а-й! Ошо беҙҙең халыҡҡа аптырауым. Бигерәк ямандар ҙа инде. Ауыҙын силәк кеүек һоноп кеше менән булырға тиһәң, уларҙы ғына ҡуш инде.Әле бына минең турала серетепме-серетәләр, бөтә донъяны тултырғандар бит. Имеш, мин тегеләй ҙә былай, фәлән дә төгән. Берәүҙән дә оялып тормайым, тегенеһенә лә, быныһына ла бирә торғас, эт ҡайышы кеүек шымарып бөткәнмен. Шуға ла минең бөтә проблемаларым “һә” тигәнсә хәл ителә лә ҡуя, бер ниндәй хәсрәтһеҙ мәж килеп йәшәйем, йәнәһе.
Һеҙ тағы мине шул имеш-мимешкә танауы һәленеп йөрөй икән тип уйлап ҡуймағыҙ. Ю-ю-ҡ, сәпсим дә улай түгел. Ғәләм алдында намыҫым аҡ ҡағыҙ кеүек таҙа минең. Эйе, эйе, гонаһ шомлоғона батып йөрөмәйем. Ҡайһы берәүҙәр кеүек дәүләттекенә ҡулымды һонмайым, ауыҙымды кеше өлөшөнә һуҙмайым. Үҙемдеке үҙемә етә, Аллаға шөкөр. Бары хәләл ризығымды ашайым.
Бер уйлаһаң, дөрөҫ әйтәләр ул, сөнки мин сауаплы эш менән булам. Бөтәһенә лә бирәм, мохтаждарҙы туйындырам. Бәғзе берәүҙәр кеүек ураҙа айын ғына көтөп ултырмайым. Йылдың бөтә миҙгелендә ошо изге эште онотҡаным юҡ. Шуға ла “бирә” тигән һүҙҙәренә тырнаҡ осондай ҙа үпкәм юҡ. Йәшермәйем. Бирәм. Әммә бының өсөн дә Хоҙайҙан бирелгән һәләт кәрәк әле. Ул — үҙе бер нәзәкәтле сәнғәт төрө. Ҡайҙа етте шунда, теләһә кемгә биреп йөрөп булмай. Унан бөтә кешенең ҡулынан килә торған эш тә түгел.
Шул “бирә” тигән һүҙ йәһәннәмдәге класташым Мәстүрәгә лә барып еткән. Бер көндө сумка-сумка күстәнәстәрен тейәп килеп инде беҙгә. Үҙҙәре — серегән бай, әммә бирә белмәйҙәр икән. Тәүҙә:
– Эй, әхирәт, бөтә өмөт һиндә генә бит, – тип йүкә шына ҡағып маташты. – Һин бит оҫтаһың, әйҙә, минең өсөн дә бир әле.
Эй, ошо беҙҙең халыҡ! Имеш, ул ҙур кешеләр янына яҡын барырға ла ҡурҡа. Кит, был тиклем дә булыр икән. Галстук тағып, ялтлап торған костюм, ап-аҡ күлдәк кейеп йөрөү менәнме ни? Улар ҙа нәҡ беҙҙең ише әҙәм балалары. Ғалимдарҙың да йәне бар. Әжере булыр, тигәс, киттем. Биргәс ни, мәктәпте шыр ”өслө”гә бөткән, ауыҙ асып һаулыҡ ҡуша ла белмәгән балаһы уҡырға инде лә китте.
Әллә мине генә гелән биреп йөрөй, тип уйлайҙар. Бер мин генә түгел ул. Бөтәһе лә бирә. Донъяһы шуға ҡалғас, бер ни ҡылыр әмәлең юҡ. Шунһыҙ бер аҙым да атлап булмай.
Бер көн көтмәгәндә ирем сирләп китте. Эсе ауыртыуға түҙә алмай тәгәрәп йөрөй бит бисара. Шкаф дәүмәллек кеше лә шулай ҡыланыр икән. Ахырҙа “скорый” саҡыртмай булдыра алманым. Улары, хәле үтә мөшкөл, тиҙ генә ҡыланмағанда, бына-бына шытыуы бар тип, выжлатып дауаханаға алып та китте. Барып ингәс, сибәр генә ханым бер сәғәт буйы имтихан алғандағы кеүек һорауҙар яуҙырҙы ла: “Әлегә урын юҡ, килгеләп тороғоҙ”, — тимәһенме!
Атаҡ, мин әйтәм, былай булмай. Күрәләтә ирһеҙ ҡалғы килмәй. Нисек инде, анау хәтлем ҙур бальниста бер кешегә генә урын юҡ ул. Киттем, эҙләп таптым хужа кеүегерәк кешеләрен. Үҙебеҙҙең мосолман булһа ла, тәүҙә минең урыҫса-башҡортса бутап һөйләгәнде аңламағанға һалышһа ла, ”бирәм” тигәнде шунда уҡ аңланы. Хәҙер урыны ла табылды. Иремдең бер үҙенә бер бүлмә биреп ҡуйҙылар хатта. Докторҙар эргәһендә йүгерешеп кенә йөрөй. Һөҙөшөргә торған үгеҙ кеүек йәмрәйеп ҡаршы алған ир йылмайып, ҡулымдан үбеп оҙатып ҡалды. Бирә белеү кешене бына нисек үҙгәртә!
Бына тағы ла биреп ҡайтып киләм әле. Ах, ах, ниңә шаҡ ҡатып ҡалдығыҙ ул... “Бынау кеше бигерәк әҙәпһеҙ бит әле”, тип уйлауығыҙ тураһында күҙегеҙ һөйләп тора. Юҡ-барға шикләнергә тиһәң, һеҙҙе ҡуш инде. Юҡҡа аптырамағыҙ ҙа, ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа бышылдашмағыҙ ҙа. Мин берәүгә лә артыҡ бер нәмә лә биргәнем юҡ. Бары күстәнәс, бүләк кенә... Бик тә кәрәк булһа, аҡса ла арттырам.
Мохтаждарҙы шатландыра, ҡыуандыра белеү — иң сауаплы эш ул.