Яҡшыға өмөтләнәйек30.12.2015
Киләһе йыл Өфөлә уртаса айлыҡ эш хаҡы 1 683 һумға артып, 33 431 һум тәшкил итергә тейеш. Быйыл иһә ул 31 748 һум булған. Ҡала Советы депутаттары ошондай социаль-иҡтисади үҫеш прогнозын раҫланы.
Оптимистик ҡараш буйынса, өфөләрҙең эш хаҡы киләһе йыл 33 814 һумға етәсәк. 2018 йылға иһә уртаса күрһәткесте 36 528 һум күләмендә күҙаллайҙар. Эшһеҙлеккә бәйле хәл дә яйға һалынасаҡ, тип фаразлана. Быйыл Өфөлә теркәлгән эшһеҙлек кимәле иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ һанының 1,3 процентын тәшкил иткән. Киләһе йыл уның 1,2, 2017 йылда — 1,15, 2018 йылда 1,12 процентҡа ҡалыуы күҙаллана.
Мәғлүмәттәргә ярашлы, 2016 йылда баш ҡалабыҙҙа 835 мең квадрат метр торлаҡ төҙөләсәк. Шулай уҡ 95 өр-яңы балалар майҙансығын сафҡа индереү ҡарала. Былтыр иһә 78, ә быйыл 65 майҙансыҡ сафҡа индерелгән.