“Биттәр ал булыр, ал булыр…”30.12.2015
Иглин районында саңғы миҙгеле асылды. Ярыштарҙа мәктәп уҡыусылары, төрлө ойошмалар хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Тәүге ҡышҡы уҙышта Иҫке Ҡыбау ауылынан Ефим Хисаметдинов, Иглиндан Яна Ким менән Флүсә Суханова, Сыуаш-Ҡыбауҙан Александр Игнатов еңеп сыҡты. Район хакимиәте башлығы Ғафуан Шәйхетдинов уларға кубоктар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. Хакимиәт башлығы иң йәш спортсы — 6 йәшлек Матвей Шуклинды һәм иң тәжрибәле ярышсы Валентина Безрукованы ла телгә алды.



Вернуться назад