Табип эргәлә генә!30.12.2015
Әбйәлил районының Хәмит һәм Әбделмәмбәт ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды.

Улар “2014 – 2017 йылдарҙа һәм 2020 йылға тиклемге осорҙа ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” айырым маҡсатлы федераль программаға ярашлы төҙөлдө. Хәмит ауылында дауахана пункты 764, Әбделмәмбәттә иһә 570 кешене хеҙмәтләндерәсәк.
Байрам тантанаһында республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Раил Афзалов, һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Рәмил Хәмитов, Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов һәм урындағы халыҡ ҡатнашты.




Вернуться назад