Халыҡты ишетә белергә кәрәк30.12.2015
Кисә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “Халыҡ фронты” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе штабы рәйестәштәре менән осрашты.

Осрашыу барышында йылға йомғаҡ яһалып, әле хәл ителмәгән көнүҙәк мәсьәләләр барланды.
– Халыҡты борсоған проблемаларҙы тикшереп, хәл итеү – беҙҙең уртаҡ бурыс. Бөгөн беҙҙең алда көн ҡаҙағына һуҡҡан мәсьәләләр тора. Уларҙы кисекмәҫтән хәл итмәһәк, артабан ҡыйын буласаҡ, – тине Рөстәм Зәки улы.
– Былтыр ҙа ошондай форматта осрашҡайныҡ. Беҙ индергән тәҡдимдәр иҫәпкә алынып, тормошҡа ашырыла башланы. “Халыҡты тыңларға һәм ишетә белергә кәрәк” тигән һүҙҙәрегеҙгә тоғро ҡалаһығыҙ. Был эшмәкәрлегегеҙҙә асыҡ сағыла, – тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, фронттың төбәк штабы рәйестәше Эльвира Айытҡолова.
“Түңәрәк өҫтәл” артында күп балалы ғаиләләргә ер участкалары биреү, балалар баҡсаларына сират, һаулыҡ һаҡлау, төҙөлөш, авария хәлендәге йорттарҙан халыҡты күсереү, мәҙәни мираҫты һаҡлау, экология мәсьәләләре күтәрелде. Уларҙы хәл итеү өсөн ниндәй саралар күрергә кәрәклеге тураһында һөйләшелде. Иң мөһиме – штаб рәйестәштәре бөгөн үк хәл ителеүҙе талап иткән халыҡ мөрәжәғәттәрен республика Башлығына еткерҙе.




Вернуться назад