Йоланы һанламай ҡара...03.03.2012
Испандарҙа кәләштең сәскә гөлләмәһендә мотлаҡ ҡыҙғылт-һары төҫ булырға тейеш. Матурлыҡ өсөн уларҙы никахлашыусы ҡатын-ҡыҙҙың сәсенә лә ҡушып үрәләр.
Фин халҡында кәләш алтын таж кейә. Тантананан һуң кейәүҙә булмаған ҡыҙҙың береһе кәләштең күҙен бәйләй һәм тирәләп бейейҙәр. Кәләш тажды кемгә кейҙерә, тиҙҙән шул ҡыҙ кейәүгә сығасаҡ.
Шведтарҙа.
Кәләш атаһы биргән көмөш аҡсаны аяҡ кейеменең һул яғына, әсәһе бүләк иткән алтынын уңына һала. Туфли элгесһеҙ булырға тейеш. Был киләсәктә бала тиҙ тыуһын тигәндән сығып эшләнә.
Швед ҡатындары өс балдаҡ — никахлашҡандағы, туйҙағы һәм әсә булыуын сағылдырғанын кейә.
Ҡытайҙа.
Кәләш туған-тыумасаһынан бүләккә алтын биҙәүестәр һалынған бәләкәй генә ҡумталар ҡабул итә. Ҡытайҙа мөхәббәт һәм шатлыҡ төҫө — ҡыҙыл. Шуға күрә барлыҡ әйберҙең дә ҡыҙылын һайлайҙар. Мәҫәлән, кәләштең күлдәге, шәмдәр, бүләктәр һалынған ҡумталар һәм хатта аҡсалы конверттар ҙа сағыу төҫтә була.
Кения халҡында.
Кәләштең ҡулдарын һәм тырнаҡтарын, ҡара-ҡыҙғылт төҫ ҡулланып, ритуал биҙәктәр менән биҙәйҙәр. Буяу бер йыл буйы бөтмәй һәм ҡатын-ҡыҙҙың яңы статусын билдәләй.