Даръялағы тулҡын30.12.2015
Йыл һайын яңынан-яңы мауыҡтырғыс саралар менән ҡыуандырып торған “Башҡортостан” гәзите Әҙәбиәт йылында “Әҙәби тулҡын” тип аталған хикәйәләр конкурсы иғлан иткәйне.

Заман һулышын сағылдырған, социаль мәсьәләләрҙе күтәргән хикәйәләр көтәбеҙ, тигән мөрәжәғәт гәзит уҡыусыларҙы бик ҡыҙыҡһындырҙы, күрәһең. Редакцияға күпләп хаттар килде. Башлап яҙыусылар менән бергә конкурста ҡатнашырға теләк белдергән профессиональ ҡәләм оҫталары ла табылды. Хикәйәләрҙең байтағы менән гәзитебеҙ битендә танышҡанһығыҙҙыр, моғайын.
Һәр старттың финишы булған кеүек, конкурсҡа йомғаҡ яһар мәл етте. Шулай итеп, ижади бәйгебеҙҙә Тамара Ғәниева (“Мәк сәскәле ялан” хикәйәһе), Линиза Ноғманова (“Аманат”), Тимур Рәхмәтуллин (“Сәғәт”) еңеү яуланы.
Уларҙы гәзит уҡыусылар һәм редакция коллективы исеменән ихлас ҡотлап, яңынан-яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ. Шулай уҡ конкурста ҡатнаш­ҡандарҙың барыһына ла рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!





Вернуться назад