Әле генә килгәйнең дә, китәһең дәме, йылым?30.12.2015
Әле генә килгәйнең дә, китәһең дәме, йылым? 2016 йылды Маймыл йылы тиҙәр. Ҡытай, япон календары буйынса, имеш. Кем белә инде, ҡайҙан килгәндер, әммә беҙҙең халыҡта ла шул 12 йыллыҡ мөсәл электән йәшәп килгән. Һынамыштары ла булған: Барыҫ йылы тары сәс, тары булмаһа барын сәс. Тауыҡ йылы – ҡоролоҡ, Ҡуй йылы – ҡытлыҡ, Ҡуян йылы – йотлоҡ, Йылан йылы – баллыҡ, Ҡабан йылы – байлыҡ, Лыу (аждаһа) йылы – һыулыҡ. Сысҡан йылы – игенле, шуға сысҡан да күбәйә инде. Йылҡы йылы – ҡаты йыл, уның башынан һағай, тип тә әйтеп ҡалдырғандар.
Бына Маймыл йылына бәйле һынамыш белмәйем. Ул беҙҙең яҡта йәшәмәгән йәнлек, мәгәр телебеҙҙә лә, мөсәлдә лә урын алған. Улай ғына ла түгел, ҡылансыҡ кешегә, маймылланма, тиҙәр, тимәк, уны күргәндәре булған тип уйларға ҡала.
Бәләкәй саҡта мин “маймул” тип ишетеп өйрәнгәнмен дә, китапта яҙылғанын күргәс, өйрәнеп китә алмай бер булдым. “Мәймүн” тигән варианты ла бар ине әле уның. Мәймүнә исеме өсөн үпкәләрлек түгел, был хайуан мөсәлдә иң аҡыллыһы, иң хәйләкәре, иң хәрәкәтсән һәм шуғы ла. Шул йылда тыуған ҡыҙ балаларға ҡуша торған булғандар. Ғөмүмән, исемдәр – үҙе башҡа бер тема, элгәре са­быйҙарҙы күҙҙән, ен-шайтандан һаҡлар өсөн кейек-януар исем­дәре биреү киң таралған булған.
Һынамыштар ауыл кешеһе өсөн йылдан ни көтөргә мөмкин икәнлегенә әҙме-күпме ишара иткән һис шикһеҙ. Тик хәҙер элекке юрамыштар һауа торошо буйынса ла, йылға ҡарата ла бик тура килмәй.
Йылым йылп итеп үтте лә китте, дөрөҫөн әйткәндә. Яңы йылға аяҡ баҫҡанда уҙғанын йөпләп, ҡапҡасын ябып ҡуйыу кәрәктер. Нимәләр менән хәтерҙә ҡалды һуң ул?
Әле генә килгәйнең дә,
Китәһең дәме, йылым?
Ишек асып ҡына яптым —
Бик ҡыҫҡа булды юлың.
Аҙ торһаң да күпте ҡылдың,
Харабаларың харап,
Хайран ҡалып йығылырлыҡ
Ҡылғандарыңа ҡарап, —
тип әйтәһе генә ҡалды.
Һынамыштағыса “Ҡуй йылы – ҡытлыҡ” тиеү ысынбарлыҡҡа тура килеп тә ҡуйҙы. Тыныслыҡҡа ҡытлыҡ, дуҫлыҡҡа ҡытлыҡ, илдәр араһында ышанысҡа ҡытлыҡ, яҡшы һауа торошона ҡытлыҡ, матди яҡтан да көрсөккә табан ыңғайланыҡ. Тик шулай ҙа халҡыбыҙҙа рухи яҡтан ҡытлыҡҡа бирешмәй, нығына барыуҙы күрәм. Өмөтһөҙ — шайтан, тип йәшәп өйрәнгәнбеҙ бит, ауырлыҡ килгәндә, үҙебеҙҙе ҡулға алабыҙ. “Урал батыр” эпосында әйтелгәнсә, яманлыҡты яҡшылыҡ менән ҡыҫырыҡлап сығарырға тырышабыҙ.

Гүзәл СИТДИҠОВА,
яҙыусы.



Вернуться назад