Яҡын “ҡәрҙәштәр” бына ниндәй!30.12.2015
-Маймылдар көҙгөнән үҙ һынын таныған һирәк хайуандар иҫәбенә инә.
-Таиландта маймылдар өсөн йыл һайын байрам ойошторола. Йәшелсә-емеш менән тулы ғибәҙәтханала ике меңләгән маймылды һыйлайҙар. Риүәйәттәр буйынса, маймылдар армияһы таиландтар табынған Рам аллаға дошмандарын еңеүҙә ярҙам иткән, имеш.
-Маймылдар бер ваҡытта ла һыуыҡ тейҙереп ауырымай икән.
-Ата маймылдарҙың баштары ирҙәр­ҙеке кеүек ялтаслана.
-Маймылдарҙың йәше кәүҙәләренә бәйле. Иң бәләкәйҙәре – 10, орангутанг кеүек ҙурҙары 57-60 йыл йәшәй.
-Маймылдар буш ваҡыттарының күп өлөшөн бер-береһенең тышҡы ҡиәфәтен тәрбиәләүгә арнай.
-Ҡурҡыныс янауын башҡаларға еткереү өсөн орангутанг көслө итеп кикергән тауыш сығара.
-Маймылдарҙың банан яратыуы уйҙырма. Уларҙың ҡайһы бер төрө был емеште ҡабып та ҡарамай.
-Маймылдар төркөм-төркөм булып йөрөй, шулай аҙыҡ табыуы еңелерәк.
-Ҡайһы бер төр маймылдарҙың ҡойроғо ныҡ үҫешкән, хатта ағас ботағында кәүҙәләрен күтәреп тора ала.
-Маймылдар кешегә оҡшаш булһа ла, һөйләшергә өйрәтеп булмай, ти ғалимдар. Сөнки уларҙың мейеһендә телмәр үҙәге бөтөнләй юҡ.


Вернуться назад