Өфөнөң ботаника баҡсаһында Яңы йыл байрамына ҡарай экзотик үҫемлектәр әүҙем үҫеш осоро кисерә. Баҡса хеҙмәткәрҙәре 115 йыллыҡ цикастың сәскә атыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Бер быуат эсендә был үҫемлек сәскәһе менән ни бары дүрт тапҡыр ҡыуандырған. Цикас – республикалағы берҙән-бер боронғо үҫемлек. 115 йәш булыуға ҡарамаҫтан, ул әле лә йәм-йәшел. Ботаника баҡсаһына цикасты 83 йыл элек, баҡсаға нигеҙ һалынғанда, килтергәндәр.
Бында шулай уҡ Африка спарманияһын, Сүриә гибискусын күрергә мөмкин. Бөтә Ер шарынан килтерелгән һәм һирәк осрай торған 1 300 үҫемлек төрө билдәле бер температурала һәм дымлылыҡта тотола. 2000 йылда баҡса биләмәһе ярайһы уҡ киңәйтелгән. Өфөләге был үҫемлектәр музейы Рәсәйҙәге биш иң яҡшы баҡса иҫәбенә инә.