“Ҡыштың аҡ йыры”30.12.2015
Башҡортостан Яҙыусылар союзы башланғысы буйынса үткәрелгән “Ҡыштың аҡ йыры” тип аталған әҙәби-музыкаль байрам Әҙәбиәт йылында һуңғы сара булды. Ул етеп килгән Яңы йылға һәм ҡыш миҙгеленә арналды. Шуға күрә байрамда ҡыш тураһында шиғырҙар һәм йырҙар яңғыраны.

Сара барышында республикала мәҙәниәтте үҫтереүгә һәм әҙәби марафонды уҙғарыуға ҙур өлөш индергән яҙыусылар бүләкләнде. Яҙыусылар һәм шағирҙар Әмир Әминев, Марсель Сәлимов, Владимир Денисов, Гөлназ Ҡотоева, Светлана Ғәфүрова, Кристина Андрианова, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы Риф Әхмәҙиев Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе ҡулынан наградалар алды. Наил Ғәйетбаев Башҡортостан ҡалалары һәм райондары буйлап сәфәрҙе генә түгел, шулай уҡ башлап яҙыусы авторҙарҙың ҡулъяҙмаларын тикшереүҙе, урындарҙа йәш таланттар эҙләүҙе үҙ эсенә алған әҙәби марафонда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе.
Быйыл шағир Зөфәр Вәлитов “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды. Әҙипкә награданы Наил Ғәйетбаев тапшырҙы.
Шағирҙар Роберт Паль, Рәшит Шәкүр, Владимир Денисов, Венера Фәттәхова, Светлана Ғәфүрова, Кристина Андрианова һәм башҡа әҙиптәр ҡыш темаһына мөрәжәғәт итте. Башҡорт һәм рус телдәрендә шиғырҙар яңғыраны.






Вернуться назад