Хәйләкәр маймыл30.12.2015
Ҡояш тирәләй ерҙең киләһе әйләнеше ҡытай календарында “Маймыл йылы” тип аталған. Риүәйәт буйынса, ошо йылда тыуғандарға уның холҡо ла күсә икән. Тимәк, маймыл тураһында белешмә алып, ҡайһы бер “кешеләр” хаҡында ла мәғлүмәт тупларға мөмкин. Һәм беҙ йәнлектәр магазинына юлланабыҙ...

Кинола кешеләрҙең кеҫәләрен ҡапшап, хатта танау төбөнән әйберҙәрен сәлдергән шуҡ ҡына мартышканы тереләй килеш күреү бигерәк ҡыҙыҡлы. Әле лә һикерәнләп йөрөгән йомғаҡ туҡтап ҡалды ла ят кешеләрҙе күҙәтә башланы. Күҙҙәре хәйләкәр йылтырай. Йә, ярар, хужаһы ниндәй ҡылыҡһырлама бирер икән? Исеме лә бар – Абу. Эйе, нәҡ әкиәттә­гесә.
– Йәнлектәр магазины булһа ла, мартышканы үҙем өсөн тотам, әкәмәт инде ул, – тип һүҙен башланы Александр Куприянов. – Һығылмалылығы, йылғырлығы менән айырылып тора. Йәнә шул ҡәҙәре “һөйләнсек”, сырылдамаған ваҡыты юҡ. Гел хәрәкәттә. Берәй ҡайҙа атланһынмы, һикерән­лә­һенме, елкәңә лә килеп ҡуныр, эргәһендә торһаң. Зыянһыҙ ҙа кеүек үҙе, тик дыуамал, тиҙ ҡыҙыусан. Шуға тыныс торһа ла, артыҡ ышанырға ярамай, ваҡытлыса был. Иғтибарың кәменеме, берәй эш боҙасаҡ. Урлашыу – ғәҙәтелер, яңы әйбер­ҙәрҙе бигерәк ярата, ниндәй юл менән булһа ла ҡулына эләктерергә тырыша. Кәрәкме уға, юҡмы – хәҡиҡәт унда түгел. Ситтә генә ултырып күҙәт­кәндән һуң, ташлап та китеүе бар. Ә үпкәләһә, бөттө баш, тиҙ генә онотмаясаҡ. Бер йыйышты­рыусыға хәтере ҡалғайны, тәҡәтен ҡоротто тегенең. Йәшенеп кенә ҡулына эләккән әйберҙәр менән бәргесләй. Көн һайын ҡабатлана был хәл. Шәкәр менән алдаштырып, саҡ тынысландырҙы маймылымды. Күрәһең, тәү ҡарашҡа аҡ һәм йомшаҡ булыуы – хәйлә генә.
Ашауына килгәндә, рафинад имергә ярата, йәнә биргән бар ризыҡты үҙ итә, сәй ҙә эсә. Банандың тышлығын ғына биреп ҡарағайныҡ, ҡулына эләктереп, әйләндереп ҡараны ла кире атты. Ул ғынамы, сырылдап, ағас башына уҡ менеп китте.
Магазин хужаһы һүҙен йомғаҡлағанда, Абу иғтибарһыҙ ҡалғанға үсеккәндәй, мөйөшкә боҫоп, һауытын ҡараштыра ине.
Бына һиңә мә, ошондай һыҙаттарҙы ҡайһы бер кешеләрҙә лә күҙәткән бар бит ул...





Вернуться назад