
Донъялағы иң ауыр, йәғни 5 килограмм 265 грамм тартҡан был лимонды Израилдә Аэро Шмель үҫтергән.

Иң ҙур сәғәт коллекцияһы — АҠШ кешеһе Джек Шоффтыҡы. Ул 2008 йылда барлығы 1094 сәғәт йыйған.

Был эттең (тигр-бладхаунд тоҡомло) уң ҡолағы — 34,9, һулы — 34,2 сантиметр.

Иң ҙур алманың ауырлығы — 1849 грамм. Уның хужаһы — Япония кешеһе Хисато Ивасаки.

Хе Пиннингиз (Монголиянан) донъялағы иң бәләкәй кеше һанала. Буйы ни бары — 74,61 сантиметр. Ул иң оҙон аяҡлы (131,83 сантиметр) Светлана Панкратованың аяҡтары араһында баҫып тора.