Район үҙәгенә төньяҡтан ингән ерҙә бөркөт һыны ҡуйылды. Проекттың авторы – Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжы директоры Рәмил Арыҫланов. Уға был эштә уҡыу йорто студенттары Айнур Ҡыҙрасов менән Динислам Йәғәфәров ярҙам иткән. Һәйкәлде эшләүгә тотонолған сығым урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы аша ҡапланған. Республика ҡаҙнаһынан 445 мең һум күсерелгән, өҫтәүенә Аҡъяр ауылы хакимиәте, урындағы халыҡ, эшҡыуарҙар финанс булышлыҡ күрһәткән.
Бөркөттөң ике ҡанаты араһы – биш метр. “Ни өсөн фәҡәт ошо ҡошто һайлағандар?” тиерһегеҙ. Бөркөт – райондың геральдик тамғаһы. Саялыҡ, ҡыйыулыҡ, ихтыяр көсө, маҡсатлылыҡ билдәһе ул.