Аҡъярҙа яңы йорттар ҡалҡыуы ғәҙәти күренешкә әйләнә бара. Заманса ҡупшы өйҙәр, тотош урамдар район үҙәгенең йөҙөн билдәләй, халыҡтың һәйбәт йәшәүен күрһәтә.Урындағы хакимиәттең граждандарҙы иҫке торлаҡтан күсереү буйынса федераль программала ҡатнашыуы – район тарихында яңы аҙым. Был башланғысҡа ярашлы 2017 йылға тиклем авария хәлендәге 33 йортта йәшәгән 355 кешене яңы урынға күсереү ҡаралған. Былтыр ҙа, быйыл да 20 самаһы фатир файҙаланыуға тапшырылған. Эш киләһе йылдарҙа ла дауам итәсәк.
Быйыл күптәр М. Аҡмулла урамындағы яңы йорттан фатир алып ҡыуанды. “СтройТехСнаб” йәмғиәте эшселәре төҙөгән өйҙәр күркәмлеге, заманса булыуы менән һоҡландыра.
Әйткәндәй, Садовый, Степной, Бүребай һәм Өфө ауылдарындағы иҫке йорттарҙа йәшәүселәр ҙә яңы торлаҡҡа күсереләсәк.