Һуңғы йылдарҙа тәбиғи газға, электр энергияһына хаҡтарҙың “тешләшеүе” үҙәкләштерелгән ҡаҙанлыҡтарҙы хеҙмәтләндереүгә сығымдың саманан тыш артыуына килтерҙе. Ҡайһы бер фатир хужаларының түләүҙе ваҡытында башҡармауы ла бихисап проблема тыуҙыра. Мәсьәләне хәл итеүҙең һөҙөмтәле сараһы – был йорттарҙы айырым йылытыу системаһына күсереү.
Бүребай ауылындағы 26 йортта урынлашҡан 404 фатирҙы айырым газ ҡаҙанлыҡтары менән тәьмин итеү өсөн 80 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Сумманың яртыһынан күберәк өлөшө республика ҡаҙнаһынан бүленһә, ҡалғаны район бюджетынан алынған. Йорт хужалары ла күпмелер аҡса йыйған. “Башкоммунприбор” йәмғиәте эшселәре тарафынан һәр йортҡа ҡаҙанлыҡ ҡуйылған, йылытыу торбалары алмаштырылған. Халыҡ ҡәнәғәт.
Оҙаҡ йылдар һыуыҡ, дымлы йортта йәшәп интеккән Венера менән Шамил Ямалетдиновтарҙың да ҡыуанысы сикһеҙ.
– Хәҙер йылыла рәхәтләнәбеҙ, – ти улар. – Түләү ҙә кәмене: элек айына дүрт мең һумға тиклем барып етһә, хәҙер – ни бары бер меңдән ашыу.
Һыуыҡ ҡыш ҡурҡытмай хәҙер бүребайҙарҙы – “тылдары” ышаныслы.