Ете ҡат үлсә,бер тапҡыр киҫ03.03.2012
Утыҙ көн принцибы.
Ниндәй ҙә булһа ҡиммәтле әйбер һатып алырға йыйынһағыҙ, уның үҙегеҙ өсөн ни ҡәҙәр әһәмиәтле булыуын һынап ҡарарға була. Бының өсөн тауарҙың исемен, артикулын һәм хаҡын, ә эргәһенә ни өсөн кәрәклеген, сәбәптәрен яҙығыҙ. Тәжрибәнең икенсе өлөшө ҡыйынлыҡ тыуҙырыуы ихтимал, сөнки утыҙ көн дауамында ошо әйберҙе кисекмәҫтән һатып алыу теләге менән көрәшергә тура киләсәк. Билдәле ваҡыт үтеү менән, бер ай элек яҙылған исемлекте уҡып, анализлау мөһим. Ҡағиҙә булараҡ, ошонан һуң хыялда оҙаҡ йөрөткән әйберҙе алыу теләге үҙенән-үҙе юғала.
Аҡса=ваҡыт.
Был алымды ҡулланғанда, хаҡына ҡарап алғас та, артыҡ сығымдың күләмен эш көндәре һанына әйләндерергә кәрәк. Кешенең хеҙмәткә сарыф иткән ваҡыты — тамсы-тамсы булып мәңгелеккә китеп юғалған тормошо ағышы. Сираттағы кейем-һалым баһалап бөтөргөһөҙ ғүмерҙең бер өлөшөнә торошломо һуң? Бәлки, ошо аҡсаны белем алыуға, ял итеүгә, һаулыҡты нығытыуға тотоноу мөһимерәктер?
Йәгеҙ, уйланайыҡ әле.