Игеҙәк туғандар Иршат менән Илшат Үлйәбаевтарҙы районда яҡшы беләләр. Тырыш егеттәр алты йыл элек эшҡыуарлыҡҡа тотоноп, “Ҡыпсаҡ” крәҫтиән (фермер) хужалығын булдырған.Ләкин өмөттәре аҡланмаған: ҡоролоҡ хыялдарҙы селпәрәмә килтергән. Йыйылған уңыш һөйөндөрмәй, бурысҡа алынған техника өсөн түләргә кәрәк... Ни эшләргә? Кәңәшләшеп, уртаҡ фекергә килгән Үлйәбаевтар: йылҡысылыҡҡа тотоноп ҡарарға кәрәк. Яңылышмаған туғандар.
– Тәүҙә күпмелер аҡса йүнләп алыу ниәтендә буш ятҡан ерҙәрҙе сабып, бесән һаттыҡ, – ти Илшат Ғәзиз улы. – Шул аҡсаға аттар алдыҡ. Район хакимиәте хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт: уларҙың тәҡдиме һәм ярҙамы менән “Үлйәбаев” крәҫтиән (фермер) хужалығы яңынан булдырылды. Былтыр “Яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам” дәүләт программаһына ярашлы 4 миллион 580 мең һумлыҡ грант оттоҡ. Шул аҡсаға башҡорт тоҡомло 50 баш йылҡы малы һәм ике “МТЗ-82” тракторы һатып алынды. Үҙебеҙҙең аҡсаға Баймаҡтан тағы ла 50 баш йылҡы малы алып ҡайттыҡ. Элекке “Матрай” совхозының Петропавловка ауылындағы биналарын аукцион аша һатып алып ремонтланыҡ.
Йылҡысылыҡтың табышлы тармаҡ булыуы берәүгә лә сер түгел. Аттарҙы тибендә йөрөтөү күп сығымдан азат итә. Фермерҙар быйыл тәүге тапҡыр бейә бәйләп, ҡымыҙсылыҡҡа тотонған. Иркен далала утлаған йылҡылар көр, бейәләр һөтлө. Ҡымыҙ етештереүҙән генә көнөнә 10 мең һумдан ашыу аҡса килә. Шифалы эсемлекте һатыу өсөн дә әллә ҡайҙа йөрөргә кәрәкмәй: эргәләге “Башҡортостан баҡыры” йәмғиәте үҙ эшселәре өсөн көн дә ала.
Уңған туғандар 780 гектар майҙанда иген сәсә. Киләсәктә сәсеү майҙанын пай ерҙәре иҫәбенә киңәйтергә ниәтләйҙәр. Эшселәр менән ваҡытында иҫәпләшәләр, кәрәк сағында бесәнен, ашлығын биреп торалар. Шуға фермерҙар хеҙмәт көсөнә мохтажлыҡ кисермәй. Уларға хатта күрше Баймаҡ, Йылайыр райондарынан да килеп эшләйҙәр.
“Ат үҙен үҙе урлата” тигән һүҙҙәрҙе онотмай туғандар. Етмәһә, эргәлә генә Ырымбур далалары башлана. Шуға ла йүнселдәр малдарына чип ҡуйған. Һөҙөмтәлә көтөүҙе килеп теүәлләү мөмкинлеге булмағанда, датчик барыһын да “һөйләп” тора.
Туғандар ифрат татыу. “Игеҙәк булып тыуғанбыҙ икән, айырылмаҫҡа тейешбеҙ, – ти улар. – Бер-беребеҙҙән йәшерер серебеҙ, бүлешер малыбыҙ юҡ. Барыһы ла уртаҡ”. Туғанлыҡ хисе көслө, быуындар бәйләнеше ныҡлы, атай абруйы юғары булған, ир һүҙе һанланған ғаиләлә үҫкән кеше генә шулай әйтә алалыр. Үҙ ерендә хужаларса ышаныслы баҫып торған, халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлөн үҙ иткән, үҫтергән, унан табыш алырға өйрәнгән “яңы башҡорттар”ға “афарин!”дан башҡа ни тиерһең?!