Урмандарға инһәң, шыршы киҫмә…29.12.2015
Республиканың 24 районында тәртип һаҡсылары шыршыны законһыҙ киҫеүҙең 40-тан ашыу осрағын теркәгән.
Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 13 енәйәт эше ҡуҙғатылған, 40-ҡа яҡын административ протокол төҙөлгән. “Шыршы” операцияһы төбәктә әле лә дауам итә. Полиция хеҙмәткәрҙәре ылыҫлы ағастарҙы ташыған транспорт сараларын, рөхсәт документтарын тикшерә.
Урамда шыршыны законһыҙ һатҡан 132 сауҙа урыны асыҡланған. Әйтергә кәрәк, ағасты рөхсәтһеҙ һатҡан өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡарала. Граждандарға – 3-5 мең, вазифалы кешеләргә — 20-50 мең, юридик берәмектәргә 200-500 мең һум штраф һалына. Урман хужалығына 5 мең һумдан ашыу зыян килтерелгән осраҡта енәйәтсегә 500 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Йәки ул холоҡ төҙәтеү эшенә йәлеп ителә, шулай уҡ ике йылға тиклем иркен сикләүҙәре лә ихтимал.