Кино йылын ҡаршылап29.12.2015
Вильнюста ХIII “Tindirindis” халыҡ-ара анимациялы фильмдар фестиваленә йомғаҡ яһалды. Унда Башҡортостан режиссеры, аниматор Рим Шәрәфетдиновтың “Супер 8” тигән эше дипломға лайыҡ булды.

Сараға төрлө стилдәге хеҙмәттәр, билдәле режиссерҙарҙың, шулай уҡ дебютанттарҙың, студенттарҙың фильмдары тәҡдим ителде.
Рим Шәрәфетдиновтың әлеге эше Санкт-Петербургта үткәрелгән “Мультивидение” фестивалендә лә юғары баһаланғайны. Унда кинотаҫмаға махсус номинацияла бүләк тапшырылды. Режиссерҙың ижады менән тамашасы күптән таныш. Уның эштәре Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә уҙғарылған абруйлы кинофестивалдәрҙә даими ҡатнаша, приздарға лайыҡ була.



Вернуться назад